Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ауылыма ҡайтам...»
исполнителя Венер Камалов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡайтҡан һайын алыҫтан тыуған яҡтарға,
Күңелемдә йырҙар ярала.
Йылмайып ҡаршы алһа әсәйем мине,
Барлыҡ һағыштарым тарала.
Тауҙары алыҫтан сәләмләй,
Аҡ ҡайындар юл күрһәтә.
Минең өсөн яҡынһың һин, ауылым минең,
Оҙон-оҙон юлдар үтһәм дә.
Исламғолома, ауылҡайыма.

припев:
Ауылыма ҡайтам, ҡайтам һағынғанға,
Һалам сағыуҙарға һағыштарымды.
Ауылыма ҡайтам, ауылыма, ауылыма. (2 раза)

Өйәҙе күперен аша сыҡҡан һайын
Хәтер елә бала саҡтарға.
Сәскәле болындарын бер урар инем
Хыялыма етәр саҡтарҙа.
Тауҙары алыҫтан сәләмләй,
Аҡ ҡайындар юлдар күрһәтә.
Минең өсөн яҡынһың һин, ауылым минең,
Оҙон-оҙон юлдар үтһәм дә.
Исламғолома, ауылҡайыма.

припев:
Ауылыма ҡайтам, ҡайтам һағынғанға,
Һалам сағыуҙарға һағыштарымды.
Ауылыма ҡайтам, ауылыма, ауылыма. (2 раза)

Исламғолома, ауылҡайыма.

(Ф. Килдеғолов муз., В. Камалов һүҙ.)

Другие песни исполнителя:

  • Тәүге тапҡыр һинән сәскә алдым, Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә. Ялан сәскәләрен күргән һайын Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә. (2 раза) Һиңә тиклем башҡа берәү таңдан Миңә гөлдәр бүләк итмәне. Һәр йыл һайын тыуған көнөм етһә, Миңә шул гөл, шул гөл етмәне.(2 раза) Гөлләмәләр була ҡосаҡ-ҡосаҡ, Дуҫтар ҙа күп төрлө йәштәге, Барыһы бар, тик һин генә юҡһың, Юҡтағылай ялан сәскәһе. (2 раза) Тәүге күкрәү булып килдең дә һин, Алып киттең бәхет күгенә. Яҙғы бер йыр булып, бер моң булып, Ләйсән булып ҡалдың күңелемдә... (2 раза)
  • Тангы кояштын алтын нурзары Тошэлэр хинен алхыу йозрнэ Мин конлэшэм хине хатта кояштан Эйтэ алмайым бары узенэ припев: Куреп туялмайым йоззэренде куззэренде, ирененде... Аккына кагылам кулдарына, Уятырга кыймай узенде. Куз алдымдан китмэй хинен буйхынын Бер сэгат курмэй торхам хагынам Был бит хине артык яратыумдан Алга куреп тик хинэ кагылам припев-2р Хэр кон тыуган кояш бэхет китерхен, Алтын нурн хибеп икебезгэ Уян инде иркэм- ас куззэренде Йылмаеп кал уртак конебезгэ. припев-2р
  • Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. (2 раза) Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. (2 раза) Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле, Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. (2 раза) (Р. Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)