Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡайҙа һин»
исполнителя Венер Камалов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Яҙ һайын ҡоштар ҡайта,
Муйыл да аҡ сәскәһен ата.
Тәбиғәт пышылдай:
"Ул да һине эҙләй, ул ярата".
Яҙ етһә, хистәрен тыя алмай,
Йылғалар ярҙарынан таша.
Ашҡын һыу ҙа ярһый,
Ярһый әйткән һымак "ул ярата".

припев:
Ҡайҙа һин, һөйгәнем?
Төндә төштәремә керәһең.
Үҙемде белмәйем,
Күҙҙәремдә килә күрәһе.
Ҡайҙа һин, һөйгәнем?
Минең һөйөүемде беләһең.
Йәшермә хистәрен
Уйҙарыңды килә беләһем.

Яҙғы тәүге йылы елдәре
Сәстәремдән иркәләп үтә.
Ләйсән ямғыр шыбыр-шыбыр әйтә миңә
"Ул ярата".
Яҙҙар алып килгән мөхәббәт
Ысын булырына ышанамын.
Йөрәк ярһып тибә: "мин дә һине һөйәм,
Мин яратам".

припев:
Ҡайҙа һин, һөйгәнем?
Төндә төштәремә керәһең.
Үҙемде белмәйем,
Күҙҙәремдә килә күрәһе.
Ҡайҙа һин, һөйгәнем?
Минең һөйөүемде беләһең.
Йәшермә хистәрен
Уйҙарыңды килә беләһем.

(Ф.Килдеғолов муз., В.Камалов һүҙ.)

Другие песни исполнителя:

  • Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Ҡош юлдары буйлап алыҫҡа. Мең-мең нурҙар менән балҡырһың һин унда, Урын юҡ йыһанда һағышҡа. Иркәм, төнөн күккә баҡһаң, Минең һөйөүемде шул минутта аңларһың. Ерҙә күпме эҙләһәң дә, Минән башҡа ғашиҡ йәнде, йәнем, тапмаҫһың. Тик яҡты йондоҙ таңда әкрен генә күҙ ҡыҫыр. Ул минең һиңә тәүге һүҙем булыр. Әгәр яуап бирер булһаң, Минең йондоҙомдың таңғы сәләм һүҙенә, Йөрәк серен асалмаһаң, Ҡыймайынса ҡарарғала минең күҙемә. Әйт сәләмеңде күктәге иң яҡты йондоҙға, Ул һис тартынмай юл күрһәтер беҙгә. припев: Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Ҡош юлдары буйлап алыҫҡа. Мең-мең нурҙар менән балҡырһың һин унда, Урын юҡ йыһанда һағышҡа. Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Һине атап һөйөү хаҡына. Йым-йым иткән һанһыҙ йондоҙ араһына Ғүмер буйы көткән хыял хаҡына. Беҙҙең йөрәктәр ҡауышһа, Киң йыһандан берҙәрен табып аҙашмай. Беҙҙән бәхетле пар булмаҫ, Бер-береһен йәндәй күреп шулай яратҡан. Ә бөтә ғәләм, беҙҙең мөхәббәткә таң ҡалыр, Тик яҡты йондоҙ беҙгә шаһит булыр. припев: Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Ҡош юлдары буйлап алыҫҡа. Мең-мең нурҙар менән балҡырһың һин унда, Урын юҡ йыһанда һағышҡа. Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Һине атап һөйөү хаҡына. Йым-йым иткән һанһыҙ йондоҙ араһына, Ғүмер буйы көткән хыял хаҡына.
  • Тангы кояштын алтын нурзары Тошэлэр хинен алхыу йозрнэ Мин конлэшэм хине хатта кояштан Эйтэ алмайым бары узенэ припев: Куреп туялмайым йоззэренде куззэренде, ирененде... Аккына кагылам кулдарына, Уятырга кыймай узенде. Куз алдымдан китмэй хинен буйхынын Бер сэгат курмэй торхам хагынам Был бит хине артык яратыумдан Алга куреп тик хинэ кагылам припев-2р Хэр кон тыуган кояш бэхет китерхен, Алтын нурн хибеп икебезгэ Уян инде иркэм- ас куззэренде Йылмаеп кал уртак конебезгэ. припев-2р