Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Күңел айы»
исполнителя Венер Камалов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һинең ҡулда минең күңел айы,
Һин күрәһең ғашик йәнемде.

Тау шишмәһе йөрәк моңон тыңлай,
Ярһып атҡан ҡайнар ҡанымды.

Ишетмәгән шишмә бындай моңдо.
Тынып ҡалған тәрән һулышта.

Йә, Хоҙайым, нисә быуат тағы
Тәү тапҡыр мин тындым һағышта.

Һинең йөрәк - минең күңел ҡылы,
Берен сиртһәң, шундай моң сыға.

Моңдо тыңлап, йондоҙҙарын айы
Әйләндергән икән тамсыға.

Другие песни исполнителя:

  • Был донъяла һин булмаһаң, Бер минут тормаҫ инем. Һинһеҙ йәшәү мәғәнәһе лә Һис кенә булмаҫ ине. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) Хоҙай миңә һине яратҡан, Һин минең өсөн тыуған. Кемдең кемгә булырын да Маңлайҙарға яҙылған. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) Мөғжизәле һөйөү илендә Өсөнсөгә урын юҡ. Һәр беребеҙҙең бер миҙгеле - Мең ғүмергә торорлоҡ. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) (Ф.Килдеғолов муз., Р. Сурағол һүҙ.)
  • Яҙ һайын ҡоштар ҡайта, Муйыл да аҡ сәскәһен ата. Тәбиғәт пышылдай: "Ул да һине эҙләй, ул ярата". Яҙ етһә, хистәрен тыя алмай, Йылғалар ярҙарынан таша. Ашҡын һыу ҙа ярһый, Ярһый әйткән һымак "ул ярата". припев: Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Төндә төштәремә керәһең. Үҙемде белмәйем, Күҙҙәремдә килә күрәһе. Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Минең һөйөүемде беләһең. Йәшермә хистәрен Уйҙарыңды килә беләһем. Яҙғы тәүге йылы елдәре Сәстәремдән иркәләп үтә. Ләйсән ямғыр шыбыр-шыбыр әйтә миңә "Ул ярата". Яҙҙар алып килгән мөхәббәт Ысын булырына ышанамын. Йөрәк ярһып тибә: "мин дә һине һөйәм, Мин яратам". припев: Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Төндә төштәремә керәһең. Үҙемде белмәйем, Күҙҙәремдә килә күрәһе. Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Минең һөйөүемде беләһең. Йәшермә хистәрен Уйҙарыңды килә беләһем. (Ф.Килдеғолов муз., В.Камалов һүҙ.)