Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яҙмыштан уҙмыш юҡ (Мәрәһим йыры)»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йөрәктәр ҡушылды,
Ә юлдар айырылды,
Уртаға ярылды тормоштар.
Яртышар-яртышар
Ҡалдыҡ беҙ. Нишләрбеҙ,
Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар?

Һөйгәнем яттарҙа.
Моңһоу таң атҡанда,
Өҙөлә йәндәрем, өҙөлә.
Хәсрәтем юғала,
Шатлығым юл ала.
Бер генә ҡараһам йөҙөнә.

Дөм-ҡара төндәрҙә
Йондоҙҙар һүнгәндә,
Йөрәкте саҡмалай сағырмын.
Менермен үрҙәргә,
Төшөрмөн гүрҙәргә,
Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.

Другие песни исполнителя:

  • Төн... Һинең, минең мөхәббәт... Беҙҙең өсөн Ай шәм булыр беҙгә. Һалҡын hауа... Көн... Беҙҙе айыра, айыра... Беҙҙән айҙы... Һалҡын hауа йылына... Юҡ, кәрәкмәй... Мөхәббәтем, тәнең hинең Ялтырай еүеш тәнең айҙа. Мөхәббәтем, тының hинен... Көн hайын мин һағынам шуны... Нисек миңә ҡыйын hинhеҙ... Ҡыйын hиңә... Көтөп алып булмай төндө икәүләп... Туҙ... Әгәр hағынhаң, ҡосаҡла Һүҙең менән...Көт ҡояш батҡанын... Тындар таралған... Мөхәббәтем, тәнең hинең Ялтырай еүеш тәнең айҙа. Мөхәббәтем, тының hинен... Көн hайын мин һағынам шуны... Мөхәббәтем, тәнең hинең! Мөхәббәтем, тының hинең! Мөхәббәтем hин! Мөхәббәтем, тәнең hинең Ялтырай еүеш тәнең айҙа. Мөхәббәтем, тының hинен... Көн hайын мин һағынам шуны... Һөйгәнем, hөйөклөм! Һөйөрмөн hине бөгөн! Һөйөрмөн hине тик мин!
  • Йылдар үткәс, онотола Табышҡан, ҡауышҡанын. Ғүмер буйы эҙәрлекләй Тәү һөйөү һағыштары. Яҙҙар ҙа иҫкә төшhә лә Ялтырап барған юлдан. Батшаларға әйләндерә Тынлаусан, йыуаш ҡолдар. Яҙмыш беҙҙе мәхрүм итте hөйөшөп, ҡауышыуҙан. Ләкин мәхрүм итә алманы Ғүмерлек hағышынан. Йәйҙәр ҙә иҫкә төшһә лә Елкенеп китә күңел. Йөрәк толпарға атлана Тотоп тыярлыҡ түгел. Көҙҙәр ҙә иҫкә төшhә лә Күҙҙәргә күренмәй аҡ. hөйләhәләр - hөйләhендәр Әллә хаҡ, әллә нахаҡ. Яҙмыш беҙҙе мәхрүм итте hөйөшөп, ҡауышыуҙан. Ләкин мәхрүм итә алманы Ғүмерлек hағышынан.
  • Нисек барһың, тик шулай бул. Оҡшама бүтәндәргә. Теләгәндә иркәләп ал, Әрләгең килһә әрлә. Һағынғанда, һағындым тип, Һырыл муйындарыма. Донъяларыңды онотоп, Ял ит ҡуйындарымда. Шатланғанда шарҡылдап көл Хәсрәтең булһа, ҡайғыр. Үҙең янһаң, һин мине лә Ялҡының менән яндыр. Нисек барһың, тик шулай бул. Ҡыланма, ҡыландырма. Төҙ юлда ла борғолана Бары тик йылан ғына. Һағынғанда һағындым тип Һырыл муйындарыма. Донъяларыңды онотоп Ял ит ҡуйындарымда. Шатланғанда шарҡылдап көл Хәсрәтең булһа ҡайғыр. Үҙең янһаң, һин мине лә Ялҡының менән яндыр.