Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һылыуҡайға»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Төштәремдә һине күрәм, гел инәһең, һылыуҡайым.
Һин саҡыраһың үҙеңә. Яҡынайһам, алыҫаяң.
Ҡайҙа һин осаһың ташлап мине,
Ҡайҙарға һин осаһың?

Ҡушымта:
Ҡал, ҡошҡайым, осма!
Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә.
Ҡал, йөрәгемде ал.
Утта янған йөрәгемде ал!

Һылыуҡайым, төшөмдә һиңә әйтәм,
Төшөмдә һинең кеүек гүзәлекле ҡыҙҙы
Тапмаһам, егет булмаҫмын.
Әгәр өнөмдә тапмаһам, ҡалырһың һин хыялымда.

Ҡушымта:
Ҡал, ҡошҡайым, осма!
Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә.
Ҡал, йөрәгемде ал.
Утта янған йөрәгемде ал!

Әгәр өнөмдә тапмаһам,
Ҡалырһың һин хыялымда

Ҡушымта:
Ҡал, ҡошҡайым, осма!
Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә.
Ҡал, йөрәгемде ал.
Утта янған йөрәгемде ал!

Другие песни исполнителя:

  • Йөрәктәр ҡушылды, Ә юлдар айырылды, Уртаға ярылды тормоштар. Яртышар-яртышар Ҡалдыҡ беҙ. Нишләрбеҙ, Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар? Һөйгәнем яттарҙа. Моңһоу таң атҡанда, Өҙөлә йәндәрем, өҙөлә. Хәсрәтем юғала, Шатлығым юл ала. Бер генә ҡараһам йөҙөнә. Дөм-ҡара төндәрҙә Йондоҙҙар һүнгәндә, Йөрәкте саҡмалай сағырмын. Менермен үрҙәргә, Төшөрмөн гүрҙәргә, Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.
  • Әйҙәгеҙ бөгөнгө көндө асыҡлайыҡ, кеше ниңә төлкө була ҡарайыҡ. Ни өсөн айыу ҡыш буйына йоҡлай, ә ярлы кеше буш кеҫәһен ямай. Төлкө булмаһа кеше байымаҫ, айыу кеүек һимермәйһә йокламаҫ, Ә ярлы кеше буш кеҫәһен ямай, уның уйлауынса ул да йыялмай. Припев: Юҡ булмай, былай эш бармай. Байығайыҡ бергәләп, ултырайыҡ бергәләп. Юҡ, кибер беҙҙең ер, Әгәр тик йәшәмәһәк дуҫ булмаһаҡ. Бына көндәрҙең бер көнөн асыҡланыҡ, байҙар нисек байығанын аңланыҡ. Ә ярлы кеше ярлы булып ҡалыр, байығам тип ынтылһа ул алданып ҡалыр. Ҡараны һин аҡ менән бутама, ярлы менән байҙы тигеҙләмә. Тигеҙләнә улар зинданда, уныһынан тағы берҙе тәңре алдында. Припев: Юҡ булмай, былай эш бармай. Байығайыҡ бергәләп, ултырайыҡ бергәләп. Юҡ, кибер беҙҙең ер, Әгәр тик йәшәмәһәк, дуҫ булмаһаҡ.
  • C Am Дуҫтар кеүек кенә осраша инек, Dm G Бергә булырбыҙ тип уйламай инек. C Am Ләкин үтә айҙар, һыу кеүек аға, Dm G Ҡауышырға ваҡыт, ғүмерҙәр уҙа. Ҡушымта: C Am Dm G Айгөлөм, Айгөлөм, анла мине һөйөклөм, Айгөлөм, Айгөлөм, һиндә генә күнелем. Ҡалалар, ауылдар беҙҙен арала, Һинән гүзәлер ҡыҙ юҡ донъяла. Тиҙерәк яуап бир, әйт минә йәнем, Булаһынмы, юҡмы минен һөйгәнем.
  • Тау битендә бәләкәй ауыл, Ауыл эсендә илле йорт. Бер йортта йәшәй медсестра - Һылыу, матур Зөлфиә. Припев: Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк! Мин һорағас ҡул-йөрәген, Зөлфиә яуап бирҙе: -Һинең кеүек пастухтар, Биш йыл инде һораны! Припев: Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк! Йөрәгем минең һыуынды, Зөлфиәгә тәм үлде. Ҡартайҙы матур Зөлфиә, Һайланып янғыҙ ҡалды. Припев: Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк! Һайланмағыҙ, һылыуҡайҙар – Егеттәр йөрәген өҙмәгеҙ. Зөлфиә тормошон күрегеҙ, Һайланып янғыҙ ҡалмағыҙ! Припев: Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк!
  • Дуҫтар кеүек кенә осраша инек. Бергә булырбыҙ тип уйламай инек. Ләкин үтә йылдар, һыу кеүек аға. Уйланырға ваҡыт - ғүмерҙәр уҙа. Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем. Ҡалалар, ауылдар беҙҙең арала, Һинән гүзәллерәк ҡыҙ юҡ донъяла. Тиҙерәк яуап бир! Әйт миңә, йәнем, Булаһыңмы, юҡмы минең һөйгәнем? Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем.