Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Донъя бит ул»
исполнителя Радмир Туйсин.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

Донья бит ул, донья бит ул,
Минән һуң да, беләм, ҡалыр.
Мең йыл йәшәп йондоҙҙар ҙа
Тәүҙә балҡыр, аҙаҡ яныр.
Юл күрһәтер аҙашҡанға,
Аҙаҡ күмер булып ҡалыр.

Донъя бит ул, донъя бит ул,
Минән һуң да, беләм, ҡалыр.
Донъя ауыр, ләкин матур,
Хушлашыуы булыр ауыр.
Шуныһы бик йәл, минән һуң бит
Бөтөлмәгән эшем ҡалыр.

Донъя бит ул, донъя бит ул,
Минән һуң да, беләм, ҡалыр,
Ришүәт биреп ҡалып булмай,
Бер көн, беләм, килер әжәл.
Ярҙамыма мохтаж булып,
Кемдер ҡалыр, шунһы бик йәл.

(Илгиз Йомагужин муз., Рәмил Сурағол һүҙ)

Другие песни исполнителя:

  • Аҡ күбеккә батҡан юрғалар Ҡышҡы юлдан ярһып сабалар. (2 раза) Саҡ-саҡ ҡына аумай ҡалалар Алыуланған саҡта саналар. Арттан саба бала-сағалар. Мамыҡ юрғандарға төрөнөп Төшә икән килен ауылға. (2 раза) Бороңғонан ҡалған ғәҙәт ул - Ауыл сыҡҡан ҡаршы алырға - Йәш кәләште күреп ҡалырға. Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы Килен төшә бөгөн бер өйгә. (2 раза) Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ауыр һулап ҡуя әсәйҙәр. Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ауыр һулап ҡуя әбейҙәр. Күптән инде асып ҡуйғандар Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын. (2 раза) Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын Китергә тип кире япмаһын, Ҡайғы еле килеп ҡаҡмаһын. Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын Китергә тип кире япмаһын, Ҡайғы еле килеп ҡаҡмаһын.