Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Радмир Туйсин.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Радмир Туйсин

  • 1. Биргәнhең hин миңә ал нурын таңдарҙың, Йыйғанhың hин миңә бар гөлөн даланың, Биргәнhең ҡанаттар талпыныр сағымда, Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла. Ҡушымта: Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең, Ҡуйының — гөл-баҡса, наҙлы ел — hулышың. Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын, Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын. 2. Быларға бәрәбәр ни генә бирәйем, Берҙән-бер бүләгем — тоғро йөрәгем. Итә күр ҡәнәғәт, риза бул ошоға, Үҙеңә аталған йырымды ҡушып ал. Ҡушымта: Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең, Ҡуйының — гөл-баҡса, наҙлы ел — hулышың. Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын, Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын. 3. Бурыслы hиңә мин, әсәйем - алтыным, Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын. Ай менән ҡояшты бирергә уйланым, Үрелеп алырға етмәне буйҙарым. Ҡушымта: Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең, Ҡуйының — гөл-баҡса, наҙлы ел — hулышың. Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын, Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.
  • Аҡ күбеккә батҡан юрғалар Ҡышҡы юлдан ярһып сабалар. (2 раза) Саҡ-саҡ ҡына аумай ҡалалар Алыуланған саҡта саналар. Арттан саба бала-сағалар. Мамыҡ юрғандарға төрөнөп Төшә икән килен ауылға. (2 раза) Бороңғонан ҡалған ғәҙәт ул - Ауыл сыҡҡан ҡаршы алырға - Йәш кәләште күреп ҡалырға. Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы Килен төшә бөгөн бер өйгә. (2 раза) Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ауыр һулап ҡуя әсәйҙәр. Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ауыр һулап ҡуя әбейҙәр. Күптән инде асып ҡуйғандар Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын. (2 раза) Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын Китергә тип кире япмаһын, Ҡайғы еле килеп ҡаҡмаһын. Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын Китергә тип кире япмаһын, Ҡайғы еле килеп ҡаҡмаһын.
  • Донья бит ул, донья бит ул, Минән һуң да, беләм, ҡалыр. Мең йыл йәшәп йондоҙҙар ҙа Тәүҙә балҡыр, аҙаҡ яныр. Юл күрһәтер аҙашҡанға, Аҙаҡ күмер булып ҡалыр. Донъя бит ул, донъя бит ул, Минән һуң да, беләм, ҡалыр. Донъя ауыр, ләкин матур, Хушлашыуы булыр ауыр. Шуныһы бик йәл, минән һуң бит Бөтөлмәгән эшем ҡалыр. Донъя бит ул, донъя бит ул, Минән һуң да, беләм, ҡалыр, Ришүәт биреп ҡалып булмай, Бер көн, беләм, килер әжәл. Ярҙамыма мохтаж булып, Кемдер ҡалыр, шунһы бик йәл. (Илгиз Йомагужин муз., Рәмил Сурағол һүҙ)
  • Үткән генә ғүмер аҡҡан һыуҙай, Үтеп китә, һис бер сара юҡ, Ошо донъя үҙе ожмахтарҙай Кинәнесен белеп ҡалайыҡ. (2 раза) Йәне генә юҡтың, ғәме булмай, Йәмдәр табып йәшәп ҡалайыҡ. Дәртһеҙҙәрҙә генә дарман булмай, Дарманлыҡтан ләззәт табайыҡ. (2 раза) Күңеле киңдең донъяһы киң, Киң күңелле булып ҡалайыҡ. Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын Сауаптарын алып ҡалайыҡ. (2 раза) Ошо донъя үҙе ожмахтарҙай Кинәнесен белеп ҡалайыҡ. Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын Сауаптарын алып ҡалайыҡ. (2 раза)
  • Ғәрәбәнән теҙгән муйынсаҡҡайыңдың Ғәрәбәһе ҡайһы ғына илдәрҙән, Тапмаҫ был тип уйлама, табырмын, Елдәр ҡыуып етә алмаҫ ерҙәрҙән. Беләҙегең, алҡаларың көмөштән, Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм, Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым, Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым. Ынйыларҙан теҙгән муйынсаҡҡайыңдың Ынйылары ҡайһы ғына яҡтарҙан, Мин ҡағылган ҡайнар ҡулҡайҙарыңа Ҡағылдыра күрмә бер үк яттарҙан. Беләҙегең, алҡаларың көмөштән, Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм, Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым, Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым. Ғәрәбәнән теҙгән муйынсаҡҡайыңдың Ғәрәбәһе ҡайһы ғына илдәрҙән, Тапмаҫ был тип уйлама, табырмын, Елдәр ҡыуып етә алмаҫ ерҙәрҙән. Беләҙегең, алҡаларың көмөштән, Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм, Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым, Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым. (2 раза)
  • Иң беренсе ишеткәнем ерҙәр Иң беренсе күргән күҙҙәрем Әсәйемдең яҡты йөҙө менән Әсәйемдең йылы һүҙҙәрен. Бер йылмайып, бер моңайып ҡалам, Йылдар менән донъям үҙгәрер. Йылдар үткән һайын ҡәҙерлерәк Әсәйемдең әйткән һүҙҙәре. Әсәйҙәрҙең йылы ҡараштарын, Әсәйҙәрҙең әйткән һүҙҙәрен Кешеләр һуң бөтәләрме аңлап, Бала үҫтермәйсә үҙҙәре. Был йәйҙәр ҙә гөрләп үтеп китер, Ғүмеремдең етер көҙҙәре. Һуңғы минутымда сыңлап ҡалыр Әсәйемдең әйткән һүҙҙәре.
  • Туй булаһын белгәнһең, ап-аҡ күлдәк кейгәнһең. Гөлдәй балҡып ултыраһың, бигерәк сибәр икәнһең Эштәрегеҙ яй булһын, һәр яҡтан уңай булһын. Тормошоғоҙ шул мәжлестәй күркәм булһын, май булһын. Ҡушымта Икегеҙ ҙә бәхетлеләр, йөҙҙәрегеҙ һөйкөмлө. Йәшәгеҙ мәңге гөрләшеп пар күгәрсен шикелле. (2 раза) Хәҙер инде һеҙ бергә, айырылмағыҙ берҙә. Был бәхетте биргәндәрҙе онотмағыҙ ғүмергә. Улар һеҙҙе үҫтергән, йәшәү өсөн көс биргән. Улар һеҙҙе бик ҡәҙерләп был бәхеткә килтергән. Ҡушымта Икегеҙ ҙә бәхетлеләр, йөҙҙәрегеҙ һөйкөмлө Йәшәгеҙ мәңге гөрләшеп пар күгәрсен шикелле. (2 раза) Теләйбеҙ һеҙгә йәшәргә йылмайып көлөп кенә, Бер-берегеҙҙең ҡәҙрен белеп, хәленә кереп кенә. Тормошоғоҙ яй булһын, һәр яҡтан уңай булһын. Был йортта һәр саф ҡояштай оҙон ғүмерле булһын. Ҡушымта Икегеҙ ҙә бәхетлеләр, йөҙҙәрегеҙ һөйкөмлө Йәшәгеҙ мәңге гөрләшеп пар күгәрсен шикелле. (2 раза) Беҙ килә алһаҡ ине, шуларҙы күрһәк ине Бәпәй туйығыҙҙа ла бейеп йөрөһәк ине. Ҡушымта Икегеҙ ҙә бәхетлеләр, йөҙҙәрегеҙ һөйкөмлө Йәшәгеҙ мәңге гөрләшеп пар күгәрсен шикелле. (2 раза)
  • Ал мине лә үҙең менән бергә, Китә күрмә яңғыҙ ҡалдырып. Айырылып ҡалған аҡҡош һымаҡ, Мин йөрөрмөн яңғыҙ ҡаңғырып. Өҙә күрмә бергә һыуҙар һипкән, Иркәләгән наҙлы гөлөңдө. Ул һулыһа, башҡа мең гөлдәрҙә Биҙәй алмаҫ минең түремде. Китә күрмә көн-төн дөрләп янған Усағыңды тапап, һүндереп. Өшөгәндә кемгә һыйынырмын, Хәлдәремде белер, кем килер?
  • Кем ғәйепле, иркәм, минме әллә, Ниңә генә, ниңә айырылдыҡ? Мөхәббәттең татлы минуттарын Ҡыҙғанмайынса ниңә ҡайырҙыҡ? (2 раза) Кем ғәйепле хәҙер үткән өсөн, Һинең дә бит барҙыр ғәйебең. Айырылһаҡ та, онотолмаҫ үткән, Таш түгел дә минең йөрәгем. (2 раза) Күпме генә бергә йөрөп ҡалдыҡ, Һөйөү миҙгелдәрҙә йәндәшем. Яңғыҙлыҡҡа беҙ ҙә өйрәнербеҙ, Мөхәббәт ул - ҡайнар күҙ йәше. (2 раза)