Татарский переводчик Казахский переводчик Русские песни

Песня «Туй йыры»
исполнителя Радмир Туйсин.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

Туй булаһын белгәнһең, ап-аҡ күлдәк кейгәнһең.
Гөлдәй балҡып ултыраһың, бигерәк сибәр икәнһең
Эштәрегеҙ яй булһын, һәр яҡтан уңай булһын.
Тормошоғоҙ шул мәжлестәй күркәм булһын, май булһын.

Ҡушымта
Икегеҙ ҙә бәхетлеләр, йөҙҙәрегеҙ һөйкөмлө.
Йәшәгеҙ мәңге гөрләшеп пар күгәрсен шикелле. (2 раза)

Хәҙер инде һеҙ бергә, айырылмағыҙ берҙә.
Был бәхетте биргәндәрҙе онотмағыҙ ғүмергә.
Улар һеҙҙе үҫтергән, йәшәү өсөн көс биргән.
Улар һеҙҙе бик ҡәҙерләп был бәхеткә килтергән.

Ҡушымта
Икегеҙ ҙә бәхетлеләр, йөҙҙәрегеҙ һөйкөмлө
Йәшәгеҙ мәңге гөрләшеп пар күгәрсен шикелле. (2 раза)

Теләйбеҙ һеҙгә йәшәргә йылмайып көлөп кенә,
Бер-берегеҙҙең ҡәҙрен белеп, хәленә кереп кенә.
Тормошоғоҙ яй булһын, һәр яҡтан уңай булһын.
Был йортта һәр саф ҡояштай оҙон ғүмерле булһын.

Ҡушымта
Икегеҙ ҙә бәхетлеләр, йөҙҙәрегеҙ һөйкөмлө
Йәшәгеҙ мәңге гөрләшеп пар күгәрсен шикелле. (2 раза)

Беҙ килә алһаҡ ине, шуларҙы күрһәк ине
Бәпәй туйығыҙҙа ла бейеп йөрөһәк ине.

Ҡушымта
Икегеҙ ҙә бәхетлеләр, йөҙҙәрегеҙ һөйкөмлө
Йәшәгеҙ мәңге гөрләшеп пар күгәрсен шикелле. (2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Ғәрәбәнән теҙгән муйынсаҡҡайыңдың Ғәрәбәһе ҡайһы ғына илдәрҙән, Тапмаҫ был тип уйлама, табырмын, Елдәр ҡыуып етә алмаҫ ерҙәрҙән. Беләҙегең, алҡаларың көмөштән, Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм, Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым, Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым. Ынйыларҙан теҙгән муйынсаҡҡайыңдың Ынйылары ҡайһы ғына яҡтарҙан, Мин ҡағылган ҡайнар ҡулҡайҙарыңа Ҡағылдыра күрмә бер үк яттарҙан. Беләҙегең, алҡаларың көмөштән, Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм, Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым, Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым. Ғәрәбәнән теҙгән муйынсаҡҡайыңдың Ғәрәбәһе ҡайһы ғына илдәрҙән, Тапмаҫ был тип уйлама, табырмын, Елдәр ҡыуып етә алмаҫ ерҙәрҙән. Беләҙегең, алҡаларың көмөштән, Күңелдәрең ник һыуынды, фәрештәм, Йөҙөгөңә аҫыл таштар тапманым, Нахаҡ һүҙҙәр кем һөйләне, аппағым. (2 раза)
  • Аҡ күбеккә батҡан юрғалар Ҡышҡы юлдан ярһып сабалар. (2 раза) Саҡ-саҡ ҡына аумай ҡалалар Алыуланған саҡта саналар. Арттан саба бала-сағалар. Мамыҡ юрғандарға төрөнөп Төшә икән килен ауылға. (2 раза) Бороңғонан ҡалған ғәҙәт ул - Ауыл сыҡҡан ҡаршы алырға - Йәш кәләште күреп ҡалырға. Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы Килен төшә бөгөн бер өйгә. (2 раза) Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ауыр һулап ҡуя әсәйҙәр. Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип, Ауыр һулап ҡуя әбейҙәр. Күптән инде асып ҡуйғандар Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын. (2 раза) Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын Китергә тип кире япмаһын, Ҡайғы еле килеп ҡаҡмаһын. Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын Китергә тип кире япмаһын, Ҡайғы еле килеп ҡаҡмаһын.