Сикһеҙ океандың бер тамсыһы
Бер йондоҙҙоң ғына сатҡыһы
Үркәс үркәс тауҙың бөртөк ҡомо
Мэң милләтең сая башҡорто
Ҡуш:
Милион изгеләрҙәй изгелебеҙ
Милион теллеләрҙәй теллебеҙ
Намыҫлыбыҙ моңло йөрәклебеҙ
Тыуған илдең ҡыйыу затыбыҙ
Ер шарында нисә милләт йәшәй
Һәр милләтең бар хазинаһы
Башҡортоң да инде нисә быуат
Бөйөк хазинаһы Салауат!
Ҡуш:
Салауаттай батыр булығыҙ
Салауаттай ғорур булығыҙ
Баш эймәгеҙ ил баҫарҙар килһә
Салауаттай руғлы булығыҙ