Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Шәмдәлдәрҙә генә уттар яна»
исполнителя Ябай Малай.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Шәмдәлдәрҙә генә уттар яна...

Шәмдәлдәрҙә күптән уттар һүнде,
Ә күңелем һине һағына.
Ситлектәге ҡош балаһы кеүек
Яңғыҙ йөрәк ниңә ҡағына?

Шәмдәремдә уттар ҡабыҙырлыҡ
Осҡондарҙы нисек табырға?
Һинһеҙ донъя миңә кәрәк түгел -
Ниңә яңғыҙ ҡанат ҡағырға?

Шәмдәремдә уттар һинһеҙ һүнде,
Тик мин янам утһыҙ -төнһөҙ.
Минең бәхет һинең янда йөрөй,
Һин дә, бәлки, минһеҙ бәхетһеҙ?

Другие песни исполнителя:

  • Көҙгө ямғыр. Бөгөн ни өсөндөр көҙҙәр ҡурҡыныс, ҡара... Йөрәк өшөттөргөс ямғыр яуа. Үҙәктәрҙе өҙөп искән иле Күңелдәргә көҙгө һағыш һала. Яңғырарға булды сыланғаны Сыланам ла бик бәхетле инем. Айҙарымда мин бәхетле өҫтәрәк Бәхет күлмәгемде һалмай килдем. Элеккесә яумай ла яңыра Әйге ямғыр башҡа, бүтән ине. Һәр фасылы йылдың шул үҙенсә Сәсәктәргә ҡырау тиҙ генә тине. Яуа ямғыр ,ҡояш бер аҙ сыҡһын Нурҙарыңда сөеп иркәлә ле... Һағыштарҙы юып тарат та һин Алып ташла бөтә кәртәләрҙе.
  • Артта ҡалды, тәүге һөйөү Һинһеҙ йылдар үтәләр Әйтер һүҙҙә, минең күҙҙәр Һине һаман көтәләр Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Яҙҙар һайын, сәскә өҙҙөм Мине ғәфу итегеҙ Яҙҙар һайын, ҡайтһам ҡоштай Минән сәләм әйтегеҙ Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Мин ҡайтырмын тигәйнем
  • Йөрөйһөң,һин,йәнекәйем Ҡайҙарҙа ғына? Һиңә атап йырҙар яҙам, Һин тыңла ғына. Түңәрәк күл буйҙарында Йөрөгән инек беҙ. Бына тиҙҙән осрашырбыҙ, Күп ҡалманы,түҙ. Ҡушымта: Аҡ сәскәләр,аҡ сәскәләр Бүләк итәм һиңә. Аҡ сәскәләй аҡ бәхеттәр Теләйем һиңә.(2 тапҡыр) Түңәрәк күл эстәрендә Аҡ ҡоштар йөҙә. Пар аҡ ҡоштар бәхет юрай Ай,иркәм беҙгә. Мөхәббәттән осар ҡанат Үҫкәнме әллә? Ҡоштай осам һинең янға, Йәнем,шул хәлдә. Ҡушымта: Аҡ сәскәләр,аҡ сәскәләр Бүләк итәм һиңә. Аҡ сәскәләй аҡ бәхеттәр Теләйем һиңә.