Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ай, былбылым»
исполнителя Рәсүл Ҡарабулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ағиҙелдең ҡамышы;
Таң алдынан сут-сут килә
Һандуғастар тауышы.

Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ағиҙелдә таң ата;
Таңдар ата, өҙөлә үҙәк,
Йырлата ла илата.

Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ҡунып һайрай талдарға.
Һинең хаҡта серҙәремде
Асам һандуғастарға.

Другие песни исполнителя:

  • Порт-Артур тигән таш ҡала Күп ҡалаларға баш ҡала. Һары диңгеҙ буйҙарында Ҙур ҡалаларҙан һанала. Ай-һай, Порт-Артур, Була торғайның матур. Порт-Артур тигән ҡалаға Япондар туп аталар. Аямай дошман, аямай Таш ҡоймаһын ваталар. Ай-һай, Порт-Артур, Була торғайның матур. Дошмандарҙан уны яҡлап, Күп ирҙәр башын һала. Ирҙәр үлә, башын һала, Бөтмәҫ дандары ҡала. Ай-һай, Порт-Артур, Була торғайның матур. Япондар туп аталар, Порт-Артурҙы ваталар. Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ, Ҡысҡырышып яталар.
  • Ел ерәнем егетемде Еткер ел етмәҫ ергә. Яланда түгел яуҙа ла Гел икәү булдыҡ бергә. Әй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй. Менгән атым – уң ҡанатым, hин батыр егет күрке, hай! hинең менән елдә елгән Батыр егет – ил күрке. Әй, һә-һәй, әһә-һәй, һә-һәй. Ҡолон саҡтан татыу үҫтек Ирәндек итәгендә. Ил саҡырғас, яуға киттек Йәмле йәй иртәhендә. Әй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй. Менгән атым – уң ҡанатым, hин батыр егет күрке, hай! hинең менән утка ингән Батыр егет – ил күрке. Әй, һә-һәй, әһә-һәй, һә-һәй. Беҙ ҡайттыҡ икәү иҫән-hау, Яуыз дошманды еңеп. hинең даның, Ирәндек тау, Ерәнсәй менән егет. Әй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй. Менгән атым – уң ҡанатым, hин батыр егет күрке, hай! hинең менән яуҙа еңгән Батыр егет – ил күрке. Әй, һә-һәй, әһә-һәй, һә-һәй. Заһир Исмәғилев көйө, Нәжиб Иҙелбай һүҙҙәре.
  • Айрат Ҡобағошов көйө, Рәми Ғарипов һүҙҙәре.