Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Беҙ бергә булайыҡ»
исполнителя GIZMO.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Торамы ни милләттән кешенең һолҡо
әҙәплеләр булһа мотлаҡ бар боҙоҡло
Ни тора кешенең кауҙәһе төҫөнән
тиреһе аҡ булып ҡарайһа эсенән

Припев:

Беҙ бергә булайыҡ

ҡулга ҡул һуҙайыҡ
ни булһа ла
Беҙ бергә булайыҡ

Бер беребеҙгә терәк булайыҡ
Куплет 2:
Теләгән бер илдең кешеләр теләге
йәшәр йорто тормош иптәше терһәге
теләгән бер илда моһим тик изгелек
айырмалар бар икән кәрәк берҙәмлек

Другие песни исполнителя:

  • Йөрәгем ниҙер көтә... Күрәһең, хистәр өтә... Ҡалтырай, талпына батҡандай ялҡынға. Бер күргәнем етә ҡалды баштан яҙырға. припев: Ҡояш менән бутаным йөҙөңдө, йөҙөңдө... Нисек кенә мин һинән һөҙөрмөн күҙемде? Тырышып та ҡараным, төшөрөп күңелде, Хистәремдән тыйырға үҙемде. Бармы һин, юҡмы һин, ҡайҙа һин, кемдән һорарға? Үрҙәргә менермен йәки әҙермен түбән ҡоларға. Әҙермен йырларға, көлөргә, иларға, Тик һинең турала көн дә уйларға. припев: Ҡояш менән бутаным йөҙөңдө, йөҙөңдө... Нисек кенә мин һинән һөҙөрмөн күҙемде? Тырышмайым, ни өсөн, төшөрөп күңелде, Хистәремдән тыйырға үҙемде? (2 раза)
  • Мин һине һаман да һағынам Булһа ла араларҙа боҙҙар Йырым йөрәгемде яндыр һа Төндә лә иретер йондоҙҙар Әйтер һүҙҙәремде беләһең Һине күрергә юлым ятһа Ҡотло булыр һәр бер теләгем Мин һине һаман да яратам (2 раза) Мин һине һаман да һағынам Килерһең тип көтәм яныма Осрашырға яҙһа тағыла Барыһында башларбыҙ яңынан Яғынан бер көн танышырбыҙ Тип эстән генә мин ышанам Тәүге ҡараштан хистәр шашып Бары булыр яҡшы тырышһаң Көндә һиңә бағышлап йырҙар Наҙлы ғына көлөп яныңда Үтер беҙгә бирелгән йылдар Ҡабат юғалтмам бер ҡасан да (3 раза) Мин һине һаман да һағынам Килерһең тип көтәм яныма Осрашырға яҙһа тағыла Барыһында башларбыҙ яңынан
  • 1 куплет: Һәәәә, йылғаны көтмәй юлыңды, диңгеҙ Беҙ юлда бара алмай мәңге, тигеҙ Беҙ ҡороған йылғалай бер ҡайҙа барған юлдай Беҙ хистәрһеҙ ҡайтҡандай бушлыҡты һис түҙеп булмай Припев: Ҡалдырма мине, хәтеремдә һаман ҡулың наҙы Ҡалдырма мине тойғоларҙың сәскә атҡан сағы 2 куплет: Таң үткән ҡылыстай тәнеңде, яра Ҡан аҡмаһа ла әрней тәрән, яра Көн йәнен юғалтҡандай һоролопҡа күмелгәндәй Төн таңға уянғандай тамле тереләй үткәндәй Припев: Ҡалдырма мине, хәтеремдә һаман ҡулың наҙы Ҡалдырма мине тойғоларҙың сәскә атҡан сағы

GIZMO

Что для нас музыка? Это инструмент, при помощи которого мы можем доносить свои идеи и мысли. Мы меняем мир к лучшему, и музыка – наш главный помощник.