Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Кисер мине, әсәй»
исполнителя Ирек Нугуманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡайтамын тип, хаттар яҙыуыма,
Көндәр түгел айҙар уттеләр.
Әммә юлдар, һиңә илтмәйсә,
Йыраҡтарға алып киттеләр.

Ҡушымта:
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт.
Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.

Көтәһеңдер хат ташыусы килһә,
Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип.
Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер:
Иртәгә, бәлки, булыр тип.

Ҡушымта.

Көтәһеңдер мине, ҡайтыр тиеп,
Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда.
Улым тип, һин ишек асаһыңдыр,
Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда.

Ҡушымта.

Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға,
Утыңды һүндермәйсә, мине көт,
Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.

Другие песни исполнителя:

  • Зәңгәр күлмәгеңне киясең дә, Зәңгәр күлгә көн дә киләсең. Йөрәгеңдә нинди утлар яна? — Уйларыңны килә беләсем. Зәңгәр күлмәгеңне киясең дә, Яшел болыннардан үтәсең. Болын чәчәкләрен җыя-җыя, Кемне болай сагынып көтәсең? Зәңгәр күлмәгеңнең зәңгәрлеге Хәтерләтә аяз күкләрне. Нинди иркә сүзләр ачар икән Күңелеңнең серле бикләрен?!
  • Етегән шишмэләрҙә ете улаҡ, ете улаҡ, Сылтыр-сылтыр аға көмөш hыу. Комош hыузар ага, коштар hайрай, Шул сактарза бигерэк, шул сактарза бигерэк яманhыу. Етегэн шишмэлэргэ йозок hалдым, йозок hалдым, Етегэн йондоз куреп калhын, тип. Йэнкэй-йэнэш алhын да кыуанhын, Вэг(э)зэлэрем булып, вэг(э)зэлэрем булып калhын, тип. Етегэн шишмэлэрзен талы боголэ, талы боголэ Акрын искэн йэйге елдэргэ. hез калаhыгыз инде, без китэбез, Без китэбез йырак, без китэбез йырак илдэргэ.
  • Йөрәктәр ҡушылды Ә юлдар айрылды Уртаға ярылды Тормоштар Яртышар,яртышар Ҡалдыҡ беҙ нишләргә Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар. Һөйгәнем яттарҙа Моңһоу таң атҡанда Өҙөлә йәндәрем өҙөлә Хәсрәтем юғала Шатлығым юл ала Бер генә ҡараһам йөҙөңә. Дөм ҡара төндәрҙә Йондоҙҙар һүнгәндә Йөрәкте саҡмалай саҡырмын Менермен үрҙәргә Төшөрмөн гүрҙәргә Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.
  • Бына тағы киттем йыраҡтарға тыуған яғым һинән айырылып тыуған яғым һинән айырылып һөйгәнемде һиндә ҡалдырып зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бик һағындым һине тыуған яғым тал тирәкле иҙел буйларын йәйләр еткәс шаулап уйнай торған йәмле матур һабантуйларын зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бер ҡайтаһы ине тыуган яҡҡа ялан аяҡ йөрөгән яҡтарға бер ҡайтаһы ине йәшлегемә тәуге мөхәббәтем янына. зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда.