Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Моңдар ҡайтһын ауылға»
исполнителя Ирек Нугуманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ауыл кисе. Таҫмаларҙан
Әй ағыла ят моңдар.
Ниндәй моңһоу, әллә инде
Телһеҙ ҡалған гармундар.

Ҡушымта:
Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң кайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.

2.Ауыл кисе. Ник һуң моңһоу?
Күңелем буш ник шулай?!
Өй түрендә тальян гармун
Моң һағынып зар илай

3.Йөрәктәргә осҡон һалып,
Гармунымда уйнайым.
Ауылымда моңдар биреп,
Урамҙарҙы буйлайым.

4.Ауыл кисе. Йәш йөрәктәр,
Гармун моңға һыуһаған.
Һөйөү булып моңдар ҡайтһын
Ауылыма яңынан.

Другие песни исполнителя:

  • Зәңгәр күлмәгеңде кейәһең дә, Зәңгәр күлгә көн дә киләһең. Күңелеңдә ниндәй уттар яна? Уйҙарыңды килә беләһем. (2 раза) Зәңгәр күлмәгеңде кейәһең дә, Йәшел болондарға киләһең. Болон сәскәләрен йыя-йыя, Кемде былай (шулай) өҙөлөп көтәҺең? (2 раза) Зәңгәр күлмәгеңдең ал зәңгәрен Елдәр алыр, елгә элмәгеҙ. Йәшләй һөйгән йәрҙәр ят ҡалыр Йәр һөйһәгеҙ, өҙөлөп һөймәгеҙ (2 раза)
  • Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс. Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡангылдашып оса көҙ еткәс. Ҡушымта: Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк ныҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек нин киткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк ныҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек нин киткәс. Әллә йәштәр тама, әллә ямғыр яуа Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Әллә йәштәр тама, әллә ямғыр яуа Юлдарынан киткән ҡаҙҙарҙың. Ҡушымта: Йөрәк һине көтә, йылдар мине һүтә Һин онотма ерҙә мин барын. Йөрәк һине көтә, йылдар мине һүтә Һин онотма ерҙә мин барын.