Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һуңлап килдең»
исполнителя Зилия Бахтиева.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һуңлап килдең урау юлдарҙан,
Һин аҙашҡан аҡҡош шикелле.
Һинһеҙ ҡалғас яҙмыш кителде,
Һағыш йотоп йылдар үтелде.

Ҡушымта;
Күңелемде һаман йылдар буйы
Һин биләнең шиңмәҫ гөлдәрҙәй.
Һағыштарҙы хәҙер иҫләмәйек,
Ҡалһындар ағыр уҙған көндәрҙәй.

2.Беҙ йәшәйбеҙ әле бергә беҙ,
Бергә аҡҡан ике йылғалай.
Ә шулай ҙа әрнеү юйылмай
Осрашманыҡ ниңә һуңламай?

Ҡушымта;
Һуңлап килдең, һуңлап ник шулай,
Һуңлап тыуҙы ниңә тулған ай?
Берен-бере һөйгән йөрәктәр
Ҡауышһындар ине һуңламай.

Другие песни исполнителя:

  • Әллиләү генәйем, Бәллиләү генәйем. Әсмәбикә тыпыр-тыпыр Баҫып килә генәйем. Иртә лә кил, кис тә кил, Тәҙерәңде сиртеп кил. Сиретеүеңде танырмын да, Ҡаршы сығып алырмын. Әллиләү генәйем, Бәллиләү генәйем. Әсмәбикә тыпырлатып Баҫып килә генәйем. Иртә лә кил, кис тә кил, Тәҙерәңде сиртеп кил. Сиретеүеңде танырмын да, Ҡаршы сығып алырмын.
  • Арҡаларҙан арпа урайыҡ, Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ, Бер алманы бишкә бүләйек, Бер алманы бишкә бүләйек, Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек. Һөйләгәндәр, әй һөйләһен, Ишетмәгән кеше булайыҡ, Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык, Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык, Был дөнъяның кәҙерен беләек. Түгәрәк тә, һай, ҙур ялан, Ат уйнатам диһәң, тау яман; Йел йелләмәй ҡурай һелкенмәй, Йел йелләмәй ҡурай һелкенмәй, Бер йырламай йөрәк йелкенмәй. Бер алманы бишкә бүләйек, Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек. Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык, Был донъяның кәҙерен беләйек. Был донъяның кәҙерен беләйек.