Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Бер алманы бишкэ булэйек»
исполнителя Зилия Бахтиева.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Арҡаларҙан арпа урайыҡ,
Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ,
Бер алманы бишкә бүләйек,
Бер алманы бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек.

Һөйләгәндәр, әй һөйләһен,
Ишетмәгән кеше булайыҡ,
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык,
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык,
Был дөнъяның кәҙерен беләек.

Түгәрәк тә, һай, ҙур ялан,
Ат уйнатам диһәң, тау яман;
Йел йелләмәй ҡурай һелкенмәй,
Йел йелләмәй ҡурай һелкенмәй,
Бер йырламай йөрәк йелкенмәй.

Бер алманы бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек.
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык,
Был донъяның кәҙерен беләйек.
Был донъяның кәҙерен беләйек.

Другие песни исполнителя:

  • Илгә сығып киткәнемдә, Бергә ҡалды ете ҡыҙ, Йэн hөйгәнен көтөргә тип, Һүҙен бирҙе ете ҡыҙ. Ай, ете ҡыҙ, ете ҡыҙ, Ҡайтhам илгә, берһе юҡ. Намыҫ һаҡлап, күлгә батҡан, Ғәйеп итер ере юҡ. Томбойоҡло тәрән күлдә, Эсмәлегем булған күл, Ете ҡыҙҙы тартып алып, Хафаларга һалган күл. Ҡар урмандың ҡара ташы — Күп йәшәгән төйәгем. Ете ҡыҙҙың үсен алмай Гүргә инмәҫ һөйәгем.
  • Йөрәктәр, йәндәр ҡушылды, Бәйләнде сәстәр сәскә. Парлы тормош үҙе бит ул Гөл баҡсалағы сәскә. ҡушымта: (2x) Уртаҡ уйҙар, уртаҡ хистәр, Йәшәйбеҙ инек күптән. Әллә Хоҙай икебеҙгә Бер йәнде бүлде микән? II. Һин булмаһаң мин дә булмам, Уртаҡтыр беҙҙең йәндәр. Осрашырға, ҡауышырға Йәндәр бит тартылғандар. ҡушымта: Уртаҡ уйҙар, уртаҡ хистәр, Йәшәйбеҙ инек күптән. Әллә Хоҙай икебеҙгә Бер йәнде бүлде микән? III. Тормош юлдарын үтәйек Ҡулдарҙы алып ҡулға. Етәкләһен беҙҙе бәхет Кәртәләр ҡуймай юлға. ҡушымта: (3x) Уртаҡ уйҙар, уртаҡ хистәр, Йәшәйбеҙ инек күптән. Әллә Хоҙай икебеҙгә Бер йәнде бүлде микән? Әллә Хоҙай икебеҙгә Бер йәнде бүлде микән? (2x)