1.
Кил минең яныма һин бер төнгә
Тик ҡалсы мәңгегә тип үтенмә.
Был бары тик уйын, өмөтләнмә
Онотормон һине инде иртәгә
Һәм иртәгә тағын өр-яңы һын,
Мин күҙемде алмай булырмын тын.
Тик тағы ҡалалмам мәңгелеккә,
Мин яңғыҙаҡ, был ғүмергә, үҙгәрмәҫ
2.
Һин эҙләмә хистәрҙе төндәрен,
Һәм хыялланып көтмә үҙҙәрен.
Тик тәндәр тартыла бер-беренә,
Был - дөрөҫлөк, үпкәләмә һүҙҙәргә.
Мин матур һүҙҙәрҙе һис йәлләмәм,
Тын ҡалып уларҙы ла һөйләргә.
Тик, тыныслан, бары сәбәләнмә
Беҙ икебеҙ генә бергә был төнгә
Припев:
Минең йөҙөмә сәстәрең төшә,
Икебеҙҙең йөрәк бергә тибә,
Айырылмабыҙ бары бер төнгә,
Барыбер
Бары бер төн, тик бары бер төнгә