Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Иҫәнме яҙ»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

"Бөгөн төнөн йоҡо йоҡо булманы. Сөнки мәҙәниәт министрлығынан шылтыратып, - һаумыһығыҙ, иртәгә сәғәт 10 колонный залға рахим итегеҙ, һеҙгә хөкөмәт наградаһы бар - тинеләр ҙә трубканы ла һалдылар. Уныһында уйланым быныһында, килгәс кенә Радий Фаритович янына Халыҡ әртисе исемен алырға саҡырғас шатлығымдың сиге булманы.
...
Оло рәхмәт Радий Фаритович, Әминә Ивниевна минең ижадымды шулай ҙурлап баһалағанығыҙ өсөн! Рәхмәт театрыма! Директорым Иршат Ишбулат улы Файзуллинға айырыуса ҙур рәхмәт! "Башҡортостан" дәүләт концерт залында концерттарым булып тормаһа йыр моңдарым менән уртаҡлашыуы күпкә ауырыраҡ булыр ине. Концерт залының директоры Вильдан ағай Яруллинға шулай уҡ айырыуса оло рәхматемде белдерәм!
Ә инде иң оло һәм сикһеҙ рәхмәтем ул һеҙгә ҡәҙерле минең - тамашасыларым!"

Был маҡтаулы награда менән беҙ ҙә шаян, йор һүҙле, һәрсаҡ алсаҡ артисыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, яңы ҡазаныштар теләйбеҙ

Дустар, hеҙ беҙгә ҡушылып, яратҡан артисығыҙҙы коментарийҙарҙа ҡотлай алаhығыҙ Шулай уҡ лайктар ҡуябыҙ hәм яҡындарығыҙ менән булешегеҙ

Другие песни исполнителя:

  • Бына тағы китәм йыраҡтарға, Тыуған яғым hинән айырылып. Тыуған яғым hинән айырылып, Һөйгәнемде hиндә ҡалдырып. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик йыраҡтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. (2 раза) Бик hағындым һине, туған яғым, Тау-тирәкле эйек буйҙарын. Йәйҙәр еткәс шаулап уйнай торған. Йәмле, матур hабантуйҙарын. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик йыраҡтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. (2 раза) Бер ҡайтаhы ине тыуған яҡҡа, Ялан аяҡ йөрөгән яҡтарға. Бер ҡайтаhы ине йәшлегемә, Тәүге мөхәббәтем янына. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик йыраҡтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. (2 раза)
  • Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп, Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан. Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан. Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым, Йыйған сәскәләр шиңделәр инде. Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр Һүнделәр инде, һүнделәр инде. Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер, Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә. Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан, Һине күргәс тә, һине күргәс тә.
  • Ҡарҙар яуа... Ҡарҙар яуа... Ябалаҡлап ҡарҙар яуа, Ошо мәлде мин бик яратам, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара, йәнем, Һине күрер өсөн йән атам. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам! Ҡайҙарҙа йөрөйһөң һин аҙашып? Куңелемдә, йәнем, һинең ҡарашың. Уйландыра, иркәм, һинең хаҡта, Ябалаҡлап ҡарҙар яуған саҡта. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам! Ябалаҡлап ҡарҙар яуа, Ошо мәлде мин бик яратам, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара, йәнем, Һине күрер өсөн йән атам. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам!