Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Aralarđa»
исполнителя Динар Мансуров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Күпме ямғырҙар
Һәм һыуыҡ елдәр
Йәнемә улар бит юлдаш түгелдәр
Күңелемдә көҙ
Япраҡтар оса
Йөрәгем һинһеҙ яңғыҙлыҡты ҡоса

Һағына, йөрәк һағына,
Эҙләп тағын сығам юлдарыңа,
Йәнем өҙөлә, ҡабат өҙөлә
Һағына, йөрәк һағына.

Араларҙа беҙҙең юлдар
Араларҙа беҙҙең йылдар
Яҡынайтам араларҙы мин уларҙы юям
Аралар бүтән ҡалмаҫ

Һағына йөрәк һағына
Эҙләп тағын сығам юлдарыңа
Һағына йөрәк һағына
Эҙләп тағын сығам юлдарыңа

Үтә ғүмерҙәр,
Яна күперҙәр.
Көндәрем дә шулай яңғыҙ үтерҙәр.
Был моңһоу һағыш
Йөрәкте киҫә,
Йәнемә һыуыҡ елдәй инеп еҫә

Һағына, йөрәк һағына,
Эҙләп тағын сығам юлдарыңа,
Йәнем өҙөлә, ҡабат өҙөлә
Һағына, йөрәк һағына.

Араларҙа беҙҙең юлдар
Араларҙа беҙҙең йылдар
Яҡынайтам араларҙы мин уларҙы юям
Аралар бүтән ҡалмаҫ
Араларҙа беҙҙең юлдар
Араларҙа беҙҙең йылдар
Яҡынайтам араларҙы мин уларҙы юям
Аралар бүтән ҡалмаҫ

Һағына йөрәк һағына
Эҙләп тағын сығам юлдарыңа
Һағына йөрәк һағына
Эҙләп тағын сығам юлдарыңа

Другие песни исполнителя:

  • Күпме ямғырҙар Һәм һыуыҡ елдәр Йәнемә улар бит юлдаш түгелдәр Күңелемдә көҙ Япраҡтар оса Йөрәгем һинһеҙ яңғыҙлыҡты ҡоса Вступление: Һағына, йөрәк һағына, Эҙләп тағын сығам юлдарыңа, Йәнем өҙөлә, ҡабат өҙөлә Һағына, йөрәк һағына. Припев: Араларҙа беҙҙең юлдар Араларҙа беҙҙең йылдар Яҡынайтам араларҙы мин уларҙы юям Аралар бүтән ҡалмаҫ Куплет: Үтә ғүмерҙәр, Яна күперҙәр. Көндәрем дә шулай яңғыҙ үтерҙәр. Был моңһоу һағыш Йөрәкте киҫә, Йәнемә һыуыҡ елдәй инеп еҫә Вступление: Һағына, йөрәк һағына, Эҙләп тағын сығам юлдарыңа, Йәнем өҙөлә, ҡабат өҙөлә Һағына, йөрәк һағына. Припев: Араларҙа беҙҙең юлдар Араларҙа беҙҙең йылдар Яҡынайтам араларҙы мин уларҙы юям Аралар бүтән ҡалмаҫ
  • Бер ара аҙым ҡалды беҙҙең арала Был ара күңелемде минең яралай Көндәрен һине уйлау миңә ярамай Төн төштәремдә һының һағалай Киткәндә Яндырып юлдарҙы Хәтерҙән юямын Уйҙарҙы Ҡағылма Һин сыҡма башҡаса юлыма Ҡағылма Йөрәгем меңләгән ярала Ҡағылма Һин сыҡма башҡаса юлыма Ҡағылма Йөрәгем меңләгән ярала Бер ҡара киткәндә яттарҙың янына Бер яра мәңгегә йөрәктә уйыла Бер ҡара йылдар аша меңәр саҡрымдар Һағынма ҡул ысҡынғас ҡулымдан Киткәндә Яндырып юлдарҙы Хәтерҙән юямын Уйҙарҙы Ҡағылма Һин сыҡма башҡаса юлыма Ҡағылма Йөрәгем меңләгән ярала Ҡағылма Һин сыҡма башҡаса юлыма Ҡағылма Йөрәгем меңләгән ярала Ҡағылма Һин сыҡма башҡаса юлыма Ҡағылма Йөрәгем меңләгән ярала Ҡағылма Һин сыҡма башҡаса юлыма Ҡағылма Йөрәгем меңләгән ярала Ҡағылма Һин сыҡма башҡаса юлыма Ҡағылма Ҡағылма
  • Беҙ башҡа осрашмабыҙ.. Һәр беребеҙ үҙ ярында, Бер диңгеҙҙең төрлө яғында. Беҙ башҡа осрашмабыҙ, Һуңғы һулыш менән, Көсләп әйтәм һиңә был һүҙҙәрҙе Хатым аша.. Припев: Хата тиһең беҙҙең осрашыуҙы, Мөхәббәткә тулып яныуҙарҙы, Был һүҙҙәрең йөрәгемә төҙәп, Уҡтар ата, уҡтар ата.. Һүҙҙәрем күп, ләкин тотам, бикләп йөрәктә.. Мин башҡа тотмам һине, бикләп уйҙарымда Беҙ башҡа осрашмабыҙ, Шуны бел. Мин ҡалам һыуыҡ ҡышымда, Һин бында түгел... Припев: Хата тиһең беҙҙең осрашыуҙы, Мөхәббәткә тулып яныуҙарҙы, Был һүҙҙәрең йөрәгемә төҙәп, Уҡтар ата, уҡтар ата..
  • Ә мин һиңә шылтыратырға Уйым бар Хәлкәйҙәреңде һорашырға Уйым бар Тик икебеҙҙә беләбеҙ бит Беләбеҙ беҙ Кем яуап ҡайтармаясаҡ Йыраҡтағы тәҙрә яҡтыһы Үҙ янына мине саҡыра Иртәнгегә тиклем төбөндә Мин һине көтөп торам Припев: Ә һин бөгөн килмәнең Һин бөгөн килмәнең Әллә бармы минең ғәйебем Әллә онотҡанмын мин Бәлки яңлыш әйткәнмен Әллә һин мине аңлап етмәнең Ә мин күптән көтәмен инде Һинән хат Тик әйтмәйсә беләмен инде Һиңә Ят Һинең яҙмышта яңы кеше Ул янасаҡ Тик һине аңламаясаҡ Йыраҡтағы тәҙрә яҡтыһы Үҙ янына мине саҡыра Иртәнгегә тиклем төбөндә Мин һине көтөп торам Припев: Ә һин бөгөн килмәнең Һин бөгөн килмәнең Әллә бармы минең ғәйебем Әллә онотҡанмын мин Бәлки яңлыш әйткәнмен Әллә һин мине аңлап етмәнең