Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Дусларым»
исполнителя Айдар Галимов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Һине эҙләп күпме юлдар үттем. Һине эҙләп сыҡтым ҡырҙарға. Әрнеүҙәрем, йөрәк серҙәремде, Исемеңде һалдым йырҙарға. (х2) Ул йырҙарҙы тауҙар ҡабатланы, Улар ишетелде елдәргә. Шуға иҫә елдәр һине эҙләп, Ер сигенә, алыҫ илдәргә. (х2) Урман-тауҙар аша күк күкрәтеп, Диңгеҙ өҫләп-уҙа был елдәр. Табалмағас һине, асыуланып, Дауыл булып туҙа был елдә. (х2) Йәшнәр йәшен, шашып ағар йылға, Ярҙарынан ташып, урғылып. Тик һин минең ярһыу йөрәгемдә Һаҡланырһың китмәҫ йыр булып. (х2) (Юлай Үҙәнбаев муз., Фәүзия Рәхимова һүҙ.)
  • Моңһоу күлдең һылыу томбойоғон Ҡулдарыңа тотоп, һин көтмә, Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып, Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып, Томбойоҡ бүләк итмә. Томбойоҡ, томбойоҡ, Ниңә шулай һин бойоҡ? Әллә ниңә, әллә ниңә Күңелемдә тынғы юҡ. Томбойоҡ та сәскәләрен йомоп, Бойоҡмаһа ине тын кистә. Томбойоҡтай бойоғаһым килмәй, Томбойоҡтай бойоғаһым килмәй, Томбойоҡ бүләк итмә. Тирбәлдереп керһеҙ күңелемде, Томбойоҡтар биреп елкетмә. Томбойоҡтай бойоҡ булма, тиһәң, Томбойоҡтай бойоҡ булма, тиһәң, Томбойоҡ бүләк итмә.