Хуш тип китте ул, hинең hөйөүеңде аңламай.
Кире ҡайтырмын тине, үтте инде нисә ай.
Иң бәхетле көндәрҙе иҫкә алаhың илап.
Күпме көндәр үткәрҙең берҙән-береңде уйлап.
Припев:
Илама йәшлегем үтә тип,
Яңғыҙын, былай ҙа ауыр бит.
Килер әле ул, үбер әле ул,
Ысын мөхәббәтең, сабыр ит. (2 раза)
Һиңә ҡыйын, ә ул юҡ, сәстәреңдән hыйпамай.
Һауа торошо шул уҡ: елдәр иҫә туҡтамай.
Һуңғы хатынды алып, бәлки, ул үкhеп илар,
Бәлки иртәгә килеп hиңә ошо йырҙы йырҙар.
Припев:
Илама йәшлегем үтә тип,
Яңғыҙын, былай ҙа ауыр бит.
Килер әле ул, үбер әле ул,
Ысын мөхәббәтең, сабыр ит. (2 раза)