Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Азашкан бахет»
исполнителя Рустам Гиззатуллин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Күпме ҡарҙар яуған,
Күпме һыуҙар аҡҡан.
Ләкин һинең һүҙҙәр бәғрем,
Хәтеремдә ҡалған.
Юғалтма һин мине, юғалтма,
Бик оҙон юлға сығам, оҙатма.
Тормоштар нисек кенә ҡыйын булһала йәнем,
Яңғыҙымды ҡалдырма, мине онотма.

Ҡушымта:
Алыҫтарҙа йәшлегемдә,
Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем.
Онота алмам ғүмергә,
Һөйгән йәрем, мөхәббәтем.
(2 тапҡыр).

Һине эҙләп таба алмай,
Күпме юлдар үтәрмен икән.
Йөрәк һаман тыңғы тампай,
Ул бит аңлай алмай,
Һинһеҙ йәшәп булмай,
Йәш ғүмерҙәр үтеп киткән.

Ҡушымта:
Алыҫтарҙа йәшлегемдә,
Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем.
Онота алмам ғүмергә,
Һөйгән йәрем, мөхәббәтем.
(2 тапҡыр).

Ҡушымта:
Алыҫтарҙа йәшлегемдә,
Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем.
Онота алмам ғүмергә,
Һөйгән йәрем, мохәббәтем.
Онота алмам ғүмергә,
Һөйгән йәрем, мөхәббәтем.

Онота алмам ғүмергә,
Һөйгән йәрем, мөхәббәтем.

Другие песни исполнителя:

  • Ниңә инде килмәнең, Мине алып китмәнең? Йөрәгемдә яңған утты Ниңә инде һиҙмәнең? Мин бит һине күптән көттөм, Һөйөүеңде эҙләнем. Һинең ҡайнар йәштәреңде Күрергә теләмәнем. Припев: Һин бит миңә үҙең килмәнең, Ваҡытым юҡ тейеп. Шулаймы ни ? Һин бит мине үҙең һөймәнең, Башҡаны һөйәм тейеп. (2 раза) Ғәфү ит һин мине, иркәм, Онота алмам инде. Һиңә булған мөхәббәтем Йырҙарым булһын ине. Һинең тәүге ҡарашыңды, Хәҙер ҙә иҫкә алам. Иртәңге сәғәт биштәрҙә, Мин һиңә ҡуна барам. Припев: Һин бит миңә үҙең килмәнең, Ваҡытым юҡ тейеп. Шулаймы ни ? Һин бит мине үҙең һөймәнең, Башҡаны һөйәм тейеп. (2 раза) Мин бит һиңә үҙем килмәнем, Ваҡытым юҡ тейеп. Мин бит һине үҙем һөймәнем, Башҡаны һөйәм тейеп.
  • Инде бөттө бүтән һинең алда, Яна-яна шәмдәй эремәм. Кистәремдә инде һине эҙләп, Таныш һуҡмаҡтарҙан йөрөмәм. Ҡушымта: Һин үҙгәрҙең, ярай үҙгәр әйҙә, Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем. Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем, Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе.(2х). Тик ҡулдарым бына тик ҡулдарым, Эҙләп йөҙә һинең ҡулдарҙы. Ирендәрем эҙләй иренеңде, Нишләтәйем бына шуларҙы. Ҡушымта: Һин үҙгәрҙең яра үҙгәр әйҙә, Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем. Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем, Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе. (2х).
  • Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. Бер дуҫым машина алған, Йыуырға саҡыра. Икенсе дуҫтың бөгөн тыуған көнө, Шатланып ултыра. Шулай булғас! Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. (2 тапҡыр). Бер дуҫтың малайы тыуған, Йыуырға саҡыра. Икенсе дуҫым ҡатынын айырған, Ҡайғырып ултыра. Шулай булғас! Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. (2 тапҡыр). Әрләмә һин мине, әрләмә. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә.

Рустам Гиззатуллин

Самое смешное, что в школе я как-то прочитал «Первый снег» в классе, выдал за есенинское. Никто, в том числе и учительница, подвоха не заметили!