Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Инде бөттө»
исполнителя Рустам Гиззатуллин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Инде бөттө бүтән һинең алда,
Яна-яна шәмдәй эремәм.
Кистәремдә инде һине эҙләп,
Таныш һуҡмаҡтарҙан йөрөмәм.

Ҡушымта:
Һин үҙгәрҙең, ярай үҙгәр әйҙә,
Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем.
Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем,
Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе.(2х).

Тик ҡулдарым бына тик ҡулдарым,
Эҙләп йөҙә һинең ҡулдарҙы.
Ирендәрем эҙләй иренеңде,
Нишләтәйем бына шуларҙы.

Ҡушымта:
Һин үҙгәрҙең яра үҙгәр әйҙә,
Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем.
Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем,
Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе. (2х).

Другие песни исполнителя:

  • Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. Бер дуҫым машина алған, Йыуырға саҡыра. Икенсе дуҫтың бөгөн тыуған көнө, Шатланып ултыра. Шулай булғас! Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. (2 тапҡыр). Бер дуҫтың малайы тыуған, Йыуырға саҡыра. Икенсе дуҫым ҡатынын айырған, Ҡайғырып ултыра. Шулай булғас! Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. (2 тапҡыр). Әрләмә һин мине, әрләмә. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә.
  • Ситлеккә бикләп ҡуйып, hиңә йырларға ҡуштылар, Онот инде дуҫтарыңды, ике ҡанатлы. Һәр бер hинең уйҙарыңа хәҙер ҙур хужалар бар. Ҡаршы hүҙ өндәшеп ҡуйма, улар гел хаҡлы хоҡуҡ. Байрам итә таныштарың, ирекле булыу рәхәт. Ҡанаттарың ҡайырылhа, hине иҫкә алып, Йырҙарыңды йырлашалар, исмаhам, шуға рәхмәт, Тапамағас эштәреңде ҡара ергә hалып. Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр). Нисә йылдар hине әрләп, артҡы рәткә теҙҙеләр, Уйлаған уйҙарыңды ҡурҡып әйтә алманың. «Ерҙе туңәрәк» тигәс эстәрен тотоп көлдөләр, Шулай итеп бөгөнгө көндә бер үҙең ҡалдың. Елдәр иҫә төнъяҡтарҙан, күңелемде әрнетеп, Ләкин минең йөрәгемә үтеп инә алмай. Ирешеп булмай дөрөҫлөккә кешеләрҙе кәмhетеп, Уткәндәрҙе бер ҡасан кире ҡайтарып булмай. Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән.(2 тапҡыр). Әннә-гиҙер-генәйем! Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр). Әннә-гиҙер-генәйем! Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр).
  • Һыу буйында янғыҙ аҡҡош, Ҡайырылған ҡанаттары. Ҡанаттарҙы ҡайыра ул, Ай(ы)рылыу ғазаптары. Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ, Булһа ла сәбәптәре. Ҡанаттарҙы ҡайыра ул Ай(ы)рылыу сәғәттәре. Ят ҡошто пар итмәҫ аҡҡош, Яңғыҙ ҡанат ҡалһа ла. Беҙ ҙә бергә булалмабыҙ Һыуҙар үргә аҡһа ла. Яңғыҙ аҡҡош күргән һайын Ѳзѳлә бәғерҙәрем. Ниңә һуң беҙ бергә саҡтың Белмәнек ҡәҙерҙәрен? Хыу буйында яңғыҙ аҡҡош, Ҡайрылған ҡанаттары. Ҡанаттарҙы ҡайыра ул Ай(ы)рылыу ғазаптары. Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ, Булһа ла сәбәптәре. Ғүмерҙәрҙе ҡыҫҡарта ул, Ай(ы)рылыу сәғәттәре...

Рустам Гиззатуллин

Самое смешное, что в школе я как-то прочитал «Первый снег» в классе, выдал за есенинское. Никто, в том числе и учительница, подвоха не заметили!