Был һөйөүҙе һуңлап татыныҡ беҙ:
Бал тәмендә – әсе күҙ йәше.
Әйтерһең дә, матур төҫтәр менән
Албырғатҡан балан тәлгәше.
Ҡушымта:
Нисек кенә ҡыҙармаһын балан,
Әсе көйө ҡала емеше.
Һөйөүемдән нурҙар сәсһәм дә мин,
Яңаҡтарҙан аға күҙ йәше...
Татлы, баллы кеүек һинең хистәр,
Бәхетлемен һинең яныңда.
Аҡылыма ҡайтһам – күҙ йәштәре,
Һәм янамын ғазап утында.