Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Бәхеттә йәшәгеҙ»
исполнителя Лилия Ишемьярова.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Бәхеттә йәшәгеҙ.
Зифа Ҡадырова һүҙҙәре һәм музыкаһы.

1) Саба, ғүмер саба, тиҙлеге елдәй.
Яҙҙарҙан йәйҙәргә, йәйҙәрҙән көҙгә.
Йылдар ҡәҙер, көҙҙәр ҡәҙер.
Матур йәшәйек, тиеп өҙөлә бәғер.

Ҡушымта:
Ун туғыҙҙарымда, егермеләремдә
Һаман йәшәй кеүек минең йөрәгем.
Һаҡлап ярһыу дәртте, һаҡлап, һин йөрәкте,
Бәхеттәрҙә йәшәү минең теләгем.
Һаулыҡтарҙа йәшәп, шатлыҡтарҙа йәшәп,
Йөҙҙәргә етегеҙ - һеҙгә теләгем.

2)Булһа булһын, әйҙә, һырҙар маңлайҙа.
Улар ҙа бик матур беҙ йылмайғанда.
Борсомаһын йәшең һандары,
Йыймайыҡ донъя малын, етә барҙары.

Ҡушымта:
Ун туғыҙҙарымда, егермеләремдә
Һаман йәшәй кеүек минең йөрәгем.
Һаҡлап ярһыу дәртте, һаҡлап, һин йөрәкте,
Бәхеттәрҙә йәшәү минең теләгем.
Һаулыҡтарҙа йәшәп, шатлыҡтарҙа йәшәп,
Йөҙҙәргә етегеҙ - һеҙгә теләгем.

Бәхеттә йәшәгеҙ, шатлыҡта йәшәгеҙ,
Йөҙҙәргә етегеҙ-һеҙгә теләгем!