Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Кара муйыл»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Күргәнем юк ине илеңде, Ишеттем бер һинең көйөңдө. Ул көй матур ине, моңло көй. “Мурмурки надек мурмурки”. А-а-а, мурмурки надек мурмурки. Барҙым һинең торған илеңә, Керҙем һинең торған өйөңә; Бик ҡунаҡсыл икән һеҙҙең өй — Мурмурки надек мурмурки. А-а-а, мурмурки надек мурмурки. Һин йырланың тағы өҙҙөрөп, Оҡшаш икән тинем беҙҙең көй. Бер-береһенә йырҙар оҡшағас, Мурмурки надек мурмурки. А-а-а, мурмурки надек мурмурки. Яратамын һинең күҙҙәрҙе. (Р. Хәсәнов муз., Н. Нәжми һүҙ. 1962)
  • Аҡты ярhып, аҡты ташып, ҡар hыузары, Шул дыр инде яҙҙын шашып ярhыузары, Аҡты беҙҙен ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәy бергә hалған эҙҙәр. hин ғумер ағыштарым; hин минең hағыштарым; hин минең шатлыҡ илем; Юғалтыу табыштарым ; hин ғумер ағыштарым…. Яҙҙар килә, яҙҙар китә, hыуҙар аға… Айҙар,йылдар аҡҡан hыуҙар кеуек аға. hыузарзың да, айзарзың да, йылдарзың да.. Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.. hин ғумер ағыштарым; hин минең hағыштарым; hин минең шатлык илем; Юғалтыу табыштарым ; hин ғумер ағыштарым…. Бында инде ҡырҙар горләп сәскә ата, Йәйге нурҙар уйнай гөлдәр араhында. Аға hыуҙар, айҙар аға, йылдар аға. hине курәм айҙар,йылдар ҡарашында. hин ғумер ағыштарым; hин минең hағыштарым; hин минең шатлык илем; Юғалтыу табыштарым ; hин ғумер ағыштарым….
  • Йәшлегемә ҡайтып барам, Мөхәббәтем янына. Хыялымдың зәңгәренә, Уйҙарымдың алына. Мөхәббәтем янына. Ул оҙатып ҡалған ине Оло юлдың сатында . Уттар яна, туптар шартлай Ине шәфәҡ артында. Оло юлдың сатында... Хушлашҡанда башын эйҙе Аҡ күлдәкле ҡайындар. Мөхәббәтем менән бергә Аҡ юл теләп ҡалдылар. Аҡ күлдәкле ҡайындар... Рәхмәт һиңә, мөхәббәтем, Үлемдәрҙән һаҡланың. Үлемдәрҙән һаҡланың да, Тик үҙеңде тапманым. Тик үҙеңде тапманым... Юл буйында ҡаршыланы Аҡ күлдәкле ҡайындар. Аҡ күлдәкле ҡайындарҙа Ҡара шәлле ҡайғы бар. Аҡ күлдәкле ҡайыдар...