Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һинд ҡыҙына»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Күргәнем юк ине илеңде,
Ишеттем бер һинең көйөңдө.
Ул көй матур ине, моңло көй.
“Мурмурки надек мурмурки”.

А-а-а, мурмурки надек мурмурки.

Барҙым һинең торған илеңә,
Керҙем һинең торған өйөңә;
Бик ҡунаҡсыл икән һеҙҙең өй —
Мурмурки надек мурмурки.

А-а-а, мурмурки надек мурмурки.

Һин йырланың тағы өҙҙөрөп,
Оҡшаш икән тинем беҙҙең көй.
Бер-береһенә йырҙар оҡшағас,
Мурмурки надек мурмурки.

А-а-а, мурмурки надек мурмурки.
Яратамын һинең күҙҙәрҙе.

(Р. Хәсәнов муз., Н. Нәжми һүҙ. 1962)

Другие песни исполнителя:

  • Йәшлегемә ҡайтып барам, Мөхәббәтем янына. Хыялымдың зәңгәренә, Уйҙарымдың алына. Мөхәббәтем янына. Ул оҙатып ҡалған ине Оло юлдың сатында . Уттар яна, туптар шартлай Ине шәфәҡ артында. Оло юлдың сатында... Хушлашҡанда башын эйҙе Аҡ күлдәкле ҡайындар. Мөхәббәтем менән бергә Аҡ юл теләп ҡалдылар. Аҡ күлдәкле ҡайындар... Рәхмәт һиңә, мөхәббәтем, Үлемдәрҙән һаҡланың. Үлемдәрҙән һаҡланың да, Тик үҙеңде тапманым. Тик үҙеңде тапманым... Юл буйында ҡаршыланы Аҡ күлдәкле ҡайындар. Аҡ күлдәкле ҡайындарҙа Ҡара шәлле ҡайғы бар. Аҡ күлдәкле ҡайыдар...
  • Ашығыуҙар ялғышыуға була, Ашығырға никтер яраттым. Ашығыуҙар — урман, Ялғыштарым — буран, Йүгерә-йүгерә кереп аҙаштым. Ашҡыныуҙар үкенескә була, Юктыр минең сабыр ҡанатым. Үкенестәр — урман, Ялғыштарым-буран Көлә-көлә кереп аҙаштым. Ашығыуҙар шашыныуға илтә, Ә мин һине шашып яраттым?! Караштарың — урман, Мөхәббәтең — буран, илай- илай кереп аҙаштым. Караштарың — урман, Мөхәббәтем — буран, илай-илай кереп аҙаштым.
  • Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс. Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡангылдашып оса көҙ еткәс. Ҡушымта: Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк ныҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек нин киткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк ныҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек нин киткәс. Әллә йәштәр тама, әллә ямғыр яуа Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Әллә йәштәр тама, әллә ямғыр яуа Юлдарынан киткән ҡаҙҙарҙың. Ҡушымта: Йөрәк һине көтә, йылдар мине һүтә Һин онотма ерҙә мин барын. Йөрәк һине көтә, йылдар мине һүтә Һин онотма ерҙә мин барын.
  • Булһа булһын ерҙә меңәр йондоҙ Һиңә осор инем туп-туры Минең өсөн иң-иң аҡыллыһы Минең өсөн иң-иң матуры. Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа, Саҡыр мине килеп етермен. Күңелеңдең әрнең һағыштарын Үҙем менән алып китермен. Минең йәнем һиндә Үҙемдәндә яҡын һин миңә Кәрәк буһа булған ғүмеремде Бүләк итер инем мин һиңә. Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа Саҡыр мине килеп етермен Күңелеңдең әрнең һағыштарын Үҙем менән алып китермен. Булған бәхетеңдең ҡәҙрен белеп Рәхәтләнеп йәшә йәнәшем Гел шат булһын һинең күңелдәрең Гел йылмайып торһон ҡарашың Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа Саҡыр мине килеп етермен Күңелеңдең әрнең һағыштарын Үҙем менән алып китермен.