Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Аҙаштым»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ашығыуҙар ялғышыуға була,
Ашығырға никтер яраттым.
Ашығыуҙар урман,
Ялғыштарым буран,
Йүгерә-йүгерә кереп аҙаштым.

Ашҡыныуҙар үкенескә була,
Юктыр минең сабыр ҡанатым.
Үкенестәр урман,
Ялғыштарым-буран
Көлә-көлә кереп аҙаштым.

Ашығыуҙар шашыныуға илтә,
Ә мин һине шашып яраттым?!
Караштарың урман,
Мөхәббәтең буран,
илай- илай кереп аҙаштым.

Караштарың урман,
Мөхәббәтем буран,
илай-илай кереп аҙаштым.

Другие песни исполнителя:

  • Ҡараңғылыҡ баҫты тиһәм кинәт күгемде. Моң булып килеп кергән ул һин түгелме? Рәхмәт моңдарыңа, рәхмәт наҙҙарыңа. Рәхмәт тип ҡабатлайым мин, тағын да,тағын да! Ҡулдарымды һиңә һуҙҙым кинәт талпынып, Таралдылар күңелемдән рәнйеү һалҡыны. Һиңә яҙҙарым,һиңә наҙҙарым Һиңә тип ҡабатлайым мин, күҙ нурым, күҙ нурым. Ҡурҡып ҡуям бәхетемдән, төш кенә кеүек. Юғала күрмә, бәхетем,бул һин мәңгелек. Рәхмәт тим һүҙҙәреңә,рәхмәт күҙҙәреңә Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә. Рәхмәт тим һүҙҙәреңә, рәхмәт күҙҙәреңә. Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә. Рәхмәт!
  • Һиңә килдем, иркәм, Үткән юлдарымдың! Һанай-һанай алыҫ сакрымдарын. Килдем, тормошомда кисеп яҙмышымдың Шатлыкларын, һағыш ялҡындарын. Һиңә килдем, иркәм, Килдем елдар буйы, Һанай-һанай үткән көндәремде. Баҫа алмайынса ярһып януҙарын Әрнеп өҙгәләнгән йөрәгемдең. Һиңә килдем, иркәм, Бик һағынып килдем, Шаулап-гөрләп йәмле яҙҙар еткәс Алыҫтарҙан яҙған сәләм хаттарыңды Көтә-көтә түҙемлегем бөткәс.