Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мин һине яратам»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һинең ҡара ҡаштарың,
Һинең ҡара күҙҙәрең,
Һинең яғымлы һүҙҙәрең,
Яна һинең йөҙҙәрең.

Припев:
Мин һине яратам,
Яратам, яратам!
Мин һине барыбер үҙемә ҡаратам.

Һандуғасты күрһәң ине
Юлға теҙелгәндәрен.
Йөрәгемде белһәң ине
Кемгә өҙөлгәндәрен.

Припев:
Мин һине яратам,
Яратам, яратам!
Мин һине барыбер үҙемә ҡаратам.

Другие песни исполнителя:

  • Һинҽң хыялыңда мин түгелмен, Минең хыялымда һин булманың. Хоҙай,ниңә осраштырҙың беҙҙе? Ярҙамына үҙең ҡул һуҙманың. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һиңә пар була алмағанға. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һүҙемдә тора алмағанға. Булманы инде, булманы, Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр, Ике бүлемле араға Булманы һалып күперҙәр. Аҡыл менән һайлап алғандарҙы Аҡыл ғына тота йөрәк тотмай Йөрәк менән һайлап алғандарҙы Йыраҡ йөр(ө)тә, ниңә яҡын йөр(ө)тмәй Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һиңә пар була алмағанға. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һүҙемдә тора алмағанға. Булманы инде, булманы, Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр, Ике бүлемле араға Булманы һалып күперҙәр. Аҡыл менән йәшәп үтә көнөм, Аҡыл менән йәшәп арыным. Телгәләнгән йөрәгемдең зары, Моңо,һағышы ғына мин бары. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һиңә пар була алмағанға. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һүҙемдә тора алмағанға. Булманы инде, булманы, Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр, Ике бүлемле араға Булманы һалып күперҙәр.
  • Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс. Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡангылдашып оса көҙ еткәс. Ҡушымта: Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк ныҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек нин киткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк ныҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек нин киткәс. Әллә йәштәр тама, әллә ямғыр яуа Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Әллә йәштәр тама, әллә ямғыр яуа Юлдарынан киткән ҡаҙҙарҙың. Ҡушымта: Йөрәк һине көтә, йылдар мине һүтә Һин онотма ерҙә мин барын. Йөрәк һине көтә, йылдар мине һүтә Һин онотма ерҙә мин барын.
  • Ҡара муйыл сәскәһендәй Ап-ак һинең йөҙҙәрең. Ҡара муйыл ҡап-ҡара Сын ҡарашың күҙҙәре. Ҡара муйыл ҡап-ҡара Сын ҡарашың күҙҙәре. Муйыл ҡап-ҡара булһа ла, Ап-ак сәскәләр ата. Йөрәгемдә муйыл түгел, Ап-ак сәскәләр ята. Йөрәгемдә муйыл түгел, Ап-ак сәскәләр ята. Быйыл да ҡап-ҡара муйыл Ап-ак сәскәләр атты. Һине күрһәм, хәтерләйем Муйыл сәскәле саҡты. Һине күрһәм, хәтерләйем Муйыл сәскәле саҡты. (Н. Даутов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • кәркәле ауылы ҡайҙа бейек тау итәгендә тауҙарын да һағынып ҡайтам ситтәргә китәмен дә кәркәле тауҙары бейек бейек булһала менейк туған яҡтың һөйгән йәрҙең дуҫтарҙын ҡәҙрен белеп сейәле үҙе шишмәле кәркәле тау итәге сейәле тау итәгендә күрешербеҙ бит әле кәркәле тауҙары бейек бейек булһала менейк туған яҡтың һөйгән йәрҙең дуҫтарҙын ҡәҙрен белеп кәркәле күперен сыҡас боролоп киткән юлдар бар һеҙҙең күңелдә ниҙәр бар миндә һағыш моңдар бар кәркәле тауҙары бейек бейек булһала менейк туған яҡтың һөйгән йәрҙең дуҫтарҙын ҡәҙрен белеп
  • Ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡыр ҡаҙҙары илап, Ҡаңҡылдашып оса көҙ еткәс. Ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡыр ҡаҙҙары илап, Ҡаңҡылдашып оса көҙ еткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, Йөрәк һыҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек һин киткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, Йөрәк һыҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек һин киткәс. Әллә ямғыр яуа, Әллә йәштәр тама, Юлларынан киткән ҡоштарҙың. Әллә ямғыр яуа, Әллә йәштәр тама, Юлларынан киткән ҡоштарҙың. Йөрәк һине көтә, Йылдар үтә, үтә, Һин онытма ерҙә мин барын. Йөрәк һине көтә, Йылдар үтә, үтә, Һин онытма ерҙә мин барын. Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр, Туғай сәскә атыр, Күл тулҡынлар ҡаҙҙар ҡағыныуҙан. Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр, Туғай сәскә атыр, Күл тулҡынлар ҡаҙҙар ҡағыныуҙан. Көткән бушҡа китмәҫ, Йөрәк әрнеп типмәҫ, Һин ҡайтырһың — үтәр һағыныуҙар. Көткән бушҡа китмәҫ, Йөрәк әрнеп типмәҫ, Һин ҡайтырһың — үтәр һағыныуҙар.