Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Туҡтап ҡалды атым, сапманы»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Туҡтап ҡалды атым, сапманы,
Боролоштан саҡ-саҡ атланы.

Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын
Сәскәләргә күмеп булманы.
Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын
Сәскәләргә күмеп булманы.
Оҙаҡ торҙо атым, сапманы.

Оҙаҡ торҙо атым, сапманы,
Тормош ауыр, саҡ-саҡ атланы.

Зәңгәр таҫмаларҙы, бәллүр бакалдарҙы,
Сихри шампандарҙы атманы.
Зәңгәр таҫмаларҙы, бәллүр бакалдарҙы,
Сихри шампандарҙы атманы.
Туҡтап ҡалды атым, сапманы.

Оҙаҡ торҙо атым, сапманы,
Хәле бөтөп миңә ҡараны.

Ярhып атламаны, кәртәләр ватманы,
Ауыр hулап ҡуйҙы, hыҡтаны.
Ярhып атламаны, кәртәләр ватманы,
Ауыр hулап ҡуйҙы, hыҡтаны.
Оҙаҡ торҙо-торҙо,
Cапманы.

Оҙаҡ торҙо атым, сапманы,
Боролоштан саҡ-саҡ атланы.

Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын
Сәскәләргә күмеп булманы.
Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын
Сәскәләргә күмеп булманы.
Тормош ауыр, саҡ-саҡ атланы.
Туҡтап ҡалды атым, сапманы.
Оҙаҡ торҙо атым, сапманы.

Другие песни исполнителя:

  • Икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыуҙар Аҡһыл йәшел тулҡын ҡаға, Иҫең китәр, ҡарап торһаң, Булғанмы тип бында дала. Бойҙай үҫә туҡ башаҡлы, Арыш үҫә аҡ сал сәсле, Елдә улар тирбәләләр, Әйтерһең дә кинәнәләр. Башаҡтарын шыптырҙатып, Әйткән төҫлө ергә ятып, Бындай оло хөрмәтенә, Тыуған ерем, рәхмәт һиңә! (Н.Даутов муз., К. Кинйәбулатова һүҙ.)
  • Ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡыр ҡаҙҙары илап, Ҡаңҡылдашып оса көҙ еткәс. Ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡыр ҡаҙҙары илап, Ҡаңҡылдашып оса көҙ еткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, Йөрәк һыҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек һин киткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, Йөрәк һыҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек һин киткәс. Әллә ямғыр яуа, Әллә йәштәр тама, Юлларынан киткән ҡоштарҙың. Әллә ямғыр яуа, Әллә йәштәр тама, Юлларынан киткән ҡоштарҙың. Йөрәк һине көтә, Йылдар үтә, үтә, Һин онытма ерҙә мин барын. Йөрәк һине көтә, Йылдар үтә, үтә, Һин онытма ерҙә мин барын. Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр, Туғай сәскә атыр, Күл тулҡынлар ҡаҙҙар ҡағыныуҙан. Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр, Туғай сәскә атыр, Күл тулҡынлар ҡаҙҙар ҡағыныуҙан. Көткән бушҡа китмәҫ, Йөрәк әрнеп типмәҫ, Һин ҡайтырһың — үтәр һағыныуҙар. Көткән бушҡа китмәҫ, Йөрәк әрнеп типмәҫ, Һин ҡайтырһың — үтәр һағыныуҙар.
  • Күргәнем юк ине илеңде, Ишеттем бер һинең көйөңдө. Ул көй матур ине, моңло көй. “Мурмурки надек мурмурки”. А-а-а, мурмурки надек мурмурки. Барҙым һинең торған илеңә, Керҙем һинең торған өйөңә; Бик ҡунаҡсыл икән һеҙҙең өй — Мурмурки надек мурмурки. А-а-а, мурмурки надек мурмурки. Һин йырланың тағы өҙҙөрөп, Оҡшаш икән тинем беҙҙең көй. Бер-береһенә йырҙар оҡшағас, Мурмурки надек мурмурки. А-а-а, мурмурки надек мурмурки. Яратамын һинең күҙҙәрҙе. (Р. Хәсәнов муз., Н. Нәжми һүҙ. 1962)