Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мәрәһим йыры»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Йәшлегемә ҡайтып барам, Мөхәббәтем янына. Хыялымдың зәңгәренә, Уйҙарымдың алына. Мөхәббәтем янына. Ул оҙатып ҡалған ине Оло юлдың сатында . Уттар яна, туптар шартлай Ине шәфәҡ артында. Оло юлдың сатында... Хушлашҡанда башын эйҙе Аҡ күлдәкле ҡайындар. Мөхәббәтем менән бергә Аҡ юл теләп ҡалдылар. Аҡ күлдәкле ҡайындар... Рәхмәт һиңә, мөхәббәтем, Үлемдәрҙән һаҡланың. Үлемдәрҙән һаҡланың да, Тик үҙеңде тапманым. Тик үҙеңде тапманым... Юл буйында ҡаршыланы Аҡ күлдәкле ҡайындар. Аҡ күлдәкле ҡайындарҙа Ҡара шәлле ҡайғы бар. Аҡ күлдәкле ҡайыдар...
  • Һәр кемдең дә,ғәзиз балаһы бар, Олоһо бар уның, кесеһе, Һәр кемдең дә гәзиз әсаһе бар, Атаһы бар-таяныр кешеһе, Килер язҙар,етер йәмле йәйҙәр, Ҡыштар ҙа бит түгел мәңгегә Балаларым менән бергә йәшәп, Айрылмаһаҡ ине мәңгегә Был донъяла бергә йәшәү бүләк! Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек. Ауыр саҡта ярҙам итешәйек, Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек. Күңелдә нур,йөрәктәрҙә сафлыҡ, Хистәр ашҡына әллә ҡайҙарға. Бәхет ташып, йәшлек булып балҡып Йәшәйексе ғүмер ғүмергә. Был донъяла бергә йәшәү бүләк Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек. Ауыр саҡта ярҙам итешәйек Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек! Әсәйҙәрҙәрҙең ғүмерен теләйек! Атайҙарҙың ҡәҙерен беләйек!
  • Томоролып, зәңгәр яулыҡ иҙәп , поезд саба, Ялан тәпәй йүгерә ак ҡайындар миңа таба. Барыр юлым иркен баҫыу, ҡырҙар аша үтә, Алда мине янар усаҡ булып өмөт көтә. Ырғый поезд, дулҡынланып юлдар катылып ҡала, Туған ерем, газиз ерем мине наҙлап бара. Барыр юлым иркен баҫыу, ҡырҙар аша үтә, Алда мине янар усак булып өмөт көтә Юл ситендә яңгыҙ нарат кеүек ҡалдың баҫып, Ҡайтыр өсөн китеп барам һинән, һаубуллашып. Юлдар көтә мине, йырҙар көтә, шуға китәм, Айырылу иркәм бигрәк ауыр, ауыр икән. Юлдар көтә мине, йырҙар көтә, шуға китәм, Айырылыу, иркәм, бигрәк ауыр, ауыр икән. Юлдар көтә мине, дуҫтар көтә, шуға китәм, Айырылу иркәм бигрәк ауыр, ауыр икән.
  • Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып Тыңлар инем үлән үҫкәнен. Тыңлар инем салғы тауыштарын, Киске йылы елдәр иҫкәнен. Үҙ яғыма ҡайтһам - ергә ятып Эсәр инем шишмә һыуҙарын. Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын, Егеттәрҙең ҡурай моңдарын. Үҙ яғыма ҡайтһам - ялан аяҡ Эҙләр инем тәүге юлымды, Инеш буйындағы сәскәләрҙе, Ғашиҡ булған тәүге ҡыҙымды.
  • Ҡара муйыл сәскәһендәй Ап-ак һинең йөҙҙәрең. Ҡара муйыл ҡап-ҡара Сын ҡарашың күҙҙәре. Ҡара муйыл ҡап-ҡара Сын ҡарашың күҙҙәре. Муйыл ҡап-ҡара булһа ла, Ап-ак сәскәләр ата. Йөрәгемдә муйыл түгел, Ап-ак сәскәләр ята. Йөрәгемдә муйыл түгел, Ап-ак сәскәләр ята. Быйыл да ҡап-ҡара муйыл Ап-ак сәскәләр атты. Һине күрһәм, хәтерләйем Муйыл сәскәле саҡты. Һине күрһәм, хәтерләйем Муйыл сәскәле саҡты. (Н. Даутов муз., Н.Нәжми һүҙ.)