Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Саҡыр мине»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Булһа булһын ерҙә меңәр йондоҙ
Һиңә осор инем туп-туры
Минең өсөн иң-иң аҡыллыһы
Минең өсөн иң-иң матуры.

Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа,
Саҡыр мине килеп етермен.
Күңелеңдең әрнең һағыштарын
Үҙем менән алып китермен.

Минең йәнем һиндә
Үҙемдәндә яҡын һин миңә
Кәрәк буһа булған ғүмеремде
Бүләк итер инем мин һиңә.

Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа
Саҡыр мине килеп етермен
Күңелеңдең әрнең һағыштарын
Үҙем менән алып китермен.

Булған бәхетеңдең ҡәҙрен белеп
Рәхәтләнеп йәшә йәнәшем
Гел шат булһын һинең күңелдәрең
Гел йылмайып торһон ҡарашың

Ҡайғы төшһә әгәр баштарыңа
Саҡыр мине килеп етермен
Күңелеңдең әрнең һағыштарын
Үҙем менән алып китермен.

Другие песни исполнителя:

  • Ҡара муйыл сәскәһендәй Ап-ак һинең йөҙҙәрең. Ҡара муйыл ҡап-ҡара Сын ҡарашың күҙҙәре. Ҡара муйыл ҡап-ҡара Сын ҡарашың күҙҙәре. Муйыл ҡап-ҡара булһа ла, Ап-ак сәскәләр ата. Йөрәгемдә муйыл түгел, Ап-ак сәскәләр ята. Йөрәгемдә муйыл түгел, Ап-ак сәскәләр ята. Быйыл да ҡап-ҡара муйыл Ап-ак сәскәләр атты. Һине күрһәм, хәтерләйем Муйыл сәскәле саҡты. Һине күрһәм, хәтерләйем Муйыл сәскәле саҡты. (Н. Даутов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • Йәшлегемә ҡайтып барам, Мөхәббәтем янына. Хыялымдың зәңгәренә, Уйҙарымдың алына. Мөхәббәтем янына. Ул оҙатып ҡалған ине Оло юлдың сатында . Уттар яна, туптар шартлай Ине шәфәҡ артында. Оло юлдың сатында... Хушлашҡанда башын эйҙе Аҡ күлдәкле ҡайындар. Мөхәббәтем менән бергә Аҡ юл теләп ҡалдылар. Аҡ күлдәкле ҡайындар... Рәхмәт һиңә, мөхәббәтем, Үлемдәрҙән һаҡланың. Үлемдәрҙән һаҡланың да, Тик үҙеңде тапманым. Тик үҙеңде тапманым... Юл буйында ҡаршыланы Аҡ күлдәкле ҡайындар. Аҡ күлдәкле ҡайындарҙа Ҡара шәлле ҡайғы бар. Аҡ күлдәкле ҡайыдар...
  • Шик тыуһа кинәт яныңда әгәр, Йә килһә һиңә куркыныс хәбәр Мин йөргән яҡтан, йыраҡ-йыраҡтан, Ышана күрмә, һаман яратам. Ышана күрмә, ялғыштан һаклан, Һаман яратам, һаман яратам! Йондоҙло аяҙ күгеңде әгәр Ҡара болоттар ҡаплап китһәләр, Ҡаршы иҫкән ел ҡапланһа тынға, Бирешә күрмә, тик һин янымда! Бирешә күрмә һагышҡа, моңга, Янымда тик һин, тик һин җанымда. Сакла сөюне, ваҡлама берүк, Оло хистәрҙе таплама берүк! Уҙар гүмерҙәр аҡҡан һыу кеүек, Ғүмер бер генә, һөйөү мәңгелек. Уҙар ғүмерҙәр иҫкән ел кеүек, Һөйөү мәңгелек, һөйөү мәңгелек!
  • Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып Тыңлар инем үлән үҫкәнен. Тыңлар инем салғы тауыштарын, Киске йылы елдәр иҫкәнен. Үҙ яғыма ҡайтһам - ергә ятып Эсәр инем шишмә һыуҙарын. Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын, Егеттәрҙең ҡурай моңдарын. Үҙ яғыма ҡайтһам - ялан аяҡ Эҙләр инем тәүге юлымды, Инеш буйындағы сәскәләрҙе, Ғашиҡ булған тәүге ҡыҙымды.