Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Рәхмәт (Светлана Хәкимова менән)»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡараңғылыҡ баҫты тиһәм кинәт күгемде.
Моң булып килеп кергән ул һин түгелме?
Рәхмәт моңдарыңа, рәхмәт наҙҙарыңа.
Рәхмәт тип ҡабатлайым мин, тағын да,тағын да!

Ҡулдарымды һиңә һуҙҙым кинәт талпынып,
Таралдылар күңелемдән рәнйеү һалҡыны.
Һиңә яҙҙарым,һиңә наҙҙарым
Һиңә тип ҡабатлайым мин, күҙ нурым, күҙ нурым.

Ҡурҡып ҡуям бәхетемдән, төш кенә кеүек.
Юғала күрмә, бәхетем,бул һин мәңгелек.
Рәхмәт тим һүҙҙәреңә,рәхмәт күҙҙәреңә
Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә.

Рәхмәт тим һүҙҙәреңә, рәхмәт күҙҙәреңә.
Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә.
Рәхмәт!

Другие песни исполнителя:

  • Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Осрашҡандар көндәр төн менән. Был донъяны белгәнемдән алып, Һинең барлығыңды мин беләм. Һин кайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, Шатланам, илайым һәм көләм. Мөхәббәт алдында баш эйәм, Һин кайҙа, мин шунда, Ғәлиәм. Ғәлиә: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Йөрәгемә ҡунды ялҡыны. Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ Һөйөү булғандыр ул, ахыры. Һин кайҙа, мин шунда, Заһирым, Йыраҡтан эҙләгән яҡыным. Йөрәктә ҡабынған ялҡыным, Һин кайҙа, мин шунда, Заһирым. Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Ғүмерҙәре янып юғала. Галия: Ә мөхәббәт ғүмерҙәрҙән оҙон, Мәңге яна, мәңге йырлана. Заһир, Галия бергә: Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, /Заһирым/, Шатланам, илайын һәм көләм. Мөхәббәт алдында баш эйәм, Һин кайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, /Заһирым/.