Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Булһаң янда»
исполнителя Раис Кангильдин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1)
Йылы май һәм киске урам
Йырлайҙар һинең тура ла.
Йылмайып ҡарап торам,
Елгә һинең сәс бурала.
Мең ҡараш ҡарап оҙата
Һинең һәр аҙымыңды,
Күк йөҙө йондоҙын ата,
Ай яҡтырта юлыңды,
Ай яҡтырта юлыңды.

припев:
Алһыуланып атырҙар таңдар
Ҡара күкте ҡаплар йондоҙҙар
Мөғжизәгә тулыр бар донъям
Бары тик һин булһаң янымда

2)
Сәскәгә күмелгән баҡса,
Үтәһең көндә янынан.
Һулыған гөлләмә булһа
Сәскә ата ул яңынан.
Тиң түгел һинең матурлыҡ
Ер йөҙөндә бер нийгә.
Һинең тура ла йыр йырлар,
Көйөн көйләр һәр күргән,
Көйөн көйләр һәр күргән.

Другие песни исполнителя: