Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «12 Bars (Test)»
исполнителя CHC[КХК].
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ozon, Яндекс, Wildberries; оҙон ялдар байрам ит
Сайтҡа ин, һайла ла һатып ал, бар ул яҡтан бай тарих
Discogs, eBay тигән нәмәләр күптән инде сикләнгән (Әһә!)
PayPal киткәс беҙҙән; ҡасан ҡайтырын кире белмәйем
Былай ҙа ҡәнәғәт, күрәһеңме? Күр, күрмәһәң
Донъяма етмәһә лә нимәлер, юҡ үпкәләү
Бөтә әйберҙәрем кәрәкле, иң мөһиме, белергә ҡәҙерен
Юғалтмаҫҡа, юҡҡа аҡса итмәҫкә әрәм, yeah!
Эх, китаптар кәрәк ине инглиз телендә!
Хип-хопҡа бәйле китаптар бик аҙ ғына, мин вис белергә
Сарсайым, ҡуймаһам да шундай маҡсатты, uh
Саҡ сабыр итәм, күңелем һаман шуҡ, ә аң саҡыра

Другие песни исполнителя:

  • Кем һин? Шундай һорау тыуа Ҡолаҡ һал орандарға Кем тыйнаҡ, ә кем тәкәббер икәнен хәл ит Кемдер тәьҫир итәлер, ә һин яһап ҡара йоғонто үҙең Ялғандарға йомолһон күҙең, ысындарҙы ғына күрһен Мысырға китеүҙе ҡуйырға маҡсат итеп ҡабаланма Тыуған төйәгеңде, тамырҙарыңды иҫеңдән сығарма Сыланғанмы керпектәрең? (Һөрт!) Егет булһаң, егет бул Рәхәтләнеп көл дә йылмай (һиңә бит килешә) Һинең булһын еңел ҡул Элеп ҡуй берәй ергә пландарыңды, тормошҡа ашыр Белеп ҡуй: оҡшама башҡаларға, ябай юлдарҙан шыл Хәҙерге егет кеше өсөн етмеш төрлө һөнәр күп Һорау: ник елбәҙәклек өмөттәрҙе өҙә һуң? Өфөлә Энтузиастар урамы булһа ла, улар әҙәйә Ялҡауҙарға күсмә, йәнең көймәһен, булма хәлһеҙ Ғәйбәттәр һиңә ҡағылмай Әлбиттә, осрай аҙым һайын Хәйләкәр түгел, аҡыллы бул Бер ни ҙә һине ҡырын һуҡмаҫ, тип ышан Аҫыл таштай ялтырай ҡояш күк йөҙөндә Һәр бер эшеңдән килеп сыҡһын яҡшы һөҙөмтә Кем булғаныңды онот, үткәнең өсөн ҡайғырма Юлыңда тайып йығылма, был һинең бөгөнгөң Төшмә бөгөлөп, киләсәгең ҡулыңда Күңелең һис тә тарыҡмаһын Был донъянан китергә һин ашыҡма Сөнки һин бар, барыһын да үҙеңә генә ит иҫбат Был һинең ысынбарлыҡ, үҙең яҙаһың китап
  • Барыбыҙға уртаҡ йорт - өйөбөҙ ул Ер шары Ҡайһы берҙә алыҫ илтә күккә йыһан уттары Ерҙән алыҫ осҡанда ла, кире уға ҡайтабыҙ Ерҙә тыуып, ерҙә үҫеп, ергә инеп ятабыҙ Ете миллиард ярым - бөтәбеҙ ҙә өйҙәбеҙ Күк - уртаҡ ҡыйығыбыҙ, ер - беҙгә тыуған нигеҙ Барыбыҙға уртаҡ йорт - өйөбөҙ ул Ер шары Унда йырлана башлап тамамланыр йырҙарым Өйөм - минем ҡәлғәм Өйҙә минем бар йәм Өйөм - минем ҡәлғәм Ул аралай мине һәр бәләнән Өйөм - минем ҡәлғәм Өйөмдә минем - бар ғәм Өйөм - минем ҡәлғәм Өйҙә рәхәт бар сит ерҙәрҙән Бүлмәмдә винилхана, китапхана, мин хужа Әйберҙәремә битарафлыҡ күрһәтмәйем, быға шат Reldnah һәләтле биттарға, ә CHC тик яҙа Илһам бар, тимәк, хыялдар тормошҡа аша Ни сәбәпле? Иң ябай сәбәп: миңә оҡшай быныһы Ғәҙәткә инде бит сәнғәт, тәҙрә аша ырғытып Та, баштан сығарып та булмаҫ, постер диуарымда юҡ Бар унда һүрәт, музыкаль үҙәк тора яҡын уға Тәҙрәнән ни күренә ғәҙәттә? Тик хәрәкәт - Әкәмәт шәп күренеш, әҙ генә кинәнәм, кәрәкһә Сығам һирәк өйҙән, саҡырмай бер кем тиерлек Нығыраҡ етдиләндем, кәйефем - Radiohead Металл ептәр баҫмаҡтар - шулар етә бармаҡтарға Интернетта ултырһам таңға ҡәҙәр, аҡылымдан яҙмам Яр һалам майк алдында, күршеләр зарланмаҫ Ятаған булыуымдан үҙем риза һаман Музыкаһыҙ өй - тәҙрәһеҙ бүлмә Музыкаһыҙ йорт - ҡошһоҙ урман Музыкаһыҙ өй - тәҙрәһеҙ бүлмә Музыкаһыҙ йорт - ҡошһоҙ урман Өйҙә һаҡлана әйберҙәр Өйҙә барыһы ла таныш, Чаппа әйтмешләй Өйҙә яҡшыраҡ, ҡайҙа ғына булһаң да Яңғыҙ йә дуҫтар ман, йәйәү йә машинала Юҡ ямғыр, бар ҡояш, өҫ яғы сикле Ялҡынды тояң үҙеңдә шикһеҙ Өйҙә йылыраҡ, тимәк, уны һөй Һөйләүем тамам, артабан һүҙһеҙ көй Go!

CHC[КХК]

Рэппер, исполняющий треки на русском и башкирском языках. За плечами участия в трёх башкирских онлайн-бэтлах и интервью передаче "Андеграунд