Мин - rap! Мин - rap! Мин - rap!
(Бер төрлө MC-лар артыҡ)
Был яңы rap, мин түгел фэйк
Плюс мин яҙҙырам, тир түгеп. Hey!
Ҡалғандар ҡалһын хайран, эскәндә лә айран
Кәрәкмәй тиҫкәре һандар, ыңғайҙары ҡайҙа?
Тот биште, тыңлаһаң быны, минең стилем - Амбробене
Вирус, тажыңды ырғыт, әҙер иң яҡшы дарыу, һы-һы!
Online battle-дар терелһен, ҡарҙар иреһен
Ҡыҙыл эремсекте ашаусылар бармы? Мин түгел
Бер үк эҙмә-эҙлелектәре аккордтарҙың уҡшыта
Бар мөмкинселектәрем, тағы ла бер яҙыла ҡушымта
(Ниндәй?)
Кешеләр тарала, рәт һымаҡ, ә мин rap яҙам
Үҙемдән дә кәрәк ярҙам, әммә булмаясаҡмын мәңгелек оркестр
Эйе, мин эстән сығарамын әйтәһе һүҙҙәремде
Шуның өсөн өҫкә ҡулдарҙы, әйҙәгеҙ, күтәрегеҙ!
Reldnah - scratch! Reldnah - scratch! Reldnah - scratch!
(Ҡалғандар ҡалһын хайран)
Reldnah - prod! Reldnah - prod! Reldnah - prod!
(Ҡалғандар ҡалһын хайран)
Reldnah - тауыш! Reldnah - тауыш! Reldnah - тауыш!
(Ҡалғандар ҡалһын хайран)
Reldnah - тауыш! Reldnah - тауыш! Reldnah - яҙҙырыу!
Тамам!