Татарский переводчик Казахский переводчик Русские песни

Песня «Томбойоҡ бүләк итмә»
исполнителя Айдар Галимов.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

Моңһоу күлдең һылыу томбойоғон
Ҡулдарыңа тотоп, һин көтмә,
Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып,
Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып,
Томбойоҡ бүләк итмә.

Томбойоҡ, томбойоҡ,
Ниңә шулай һин бойоҡ?
Әллә ниңә, әллә ниңә
Күңелемдә тынғы юҡ.

Томбойоҡ та сәскәләрен йомоп, Бойоҡмаһа ине тын кистә.
Томбойоҡтай бойоғаһым килмәй,
Томбойоҡтай бойоғаһым килмәй,
Томбойоҡ бүләк итмә.

Тирбәлдереп керһеҙ күңелемде,
Томбойоҡтар биреп елкетмә.
Томбойоҡтай бойоҡ булма, тиһәң,
Томбойоҡтай бойоҡ булма, тиһәң,
Томбойоҡ бүләк итмә.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Йырлап ҡайтып киләм борма юлдан, Мең тауышлы көйөн көйләй урман. Йәшел аландағы хәтфә юрған, Сабый сағым әллә шунда ҡалған? Припев: Эй, урман, урман, йәйге урман! Йүгереп үтер инем юлыңдан. Ҡаршы сыҡҡан сабый сағым Ошо урман буйынан. 2. Йырлап ҡайтып киләм борма юлдан, Тирә-яғым гөлдәр менән тулған. Ағас һайын һайрар ҡошсоҡ ҡунған, Әллә кемде һағына кеүек урман. Припев: Эй, урман, урман, йәйге урман! Кемдәр яуға киткән был юлдан? Яуҙан ҡайтмай ҡалғандарҙы Һағына ахыры ул урман. (Ғ. Сәйфуллин муз., Г. Зәйнәшева һүҙ.)
  • 1.Ауыл кисе. Таҫмаларҙан Әй ағыла ят моңдар. Ниндәй моңһоу, әллә инде Телһеҙ ҡалған гармундар. Ҡушымта: Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң, Моң кайҙа һуң, әйт урам? Аулаҡ өйлө һәм гармунлы Йәшлегемде һағынам. 2.Ауыл кисе. Ник һуң моңһоу? Күңелем буш ник шулай?! Өй түрендә тальян гармун Моң һағынып зар илай 3.Йөрәктәргә осҡон һалып, Гармунымда уйнайым. Ауылымда моңдар биреп, Урамҙарҙы буйлайым. 4.Ауыл кисе. Йәш йөрәктәр, Гармун моңға һыуһаған. Һөйөү булып моңдар ҡайтһын Ауылыма яңынан.
  • 1. Күҙемә ҡарайһың, ниләрҙер уйлайһың. Был ҡараш бик серле, бик серле, һөйкөмлө. Уйланма шул тиклем,ҡайғырма, һөйөклөм, Ғүмергә беҙ бергә булырбыҙ бәхетле. Припев: Ҡарама шул тиклем, Уйланма, һөйөклөм. Миңә һин бергенәм Һин генә ҡәҙерле. 2.Һөйләрҙәр күҙҙәрең мөхәббәт һүҙҙәрен, Юғалтма тигәндәй һин мине, мин hине. Яғымлы был күҙҙәр, ялҡынлы был һүҙҙәр Күрәһең, мәңгегә биләгән күңелде. Припев: Ҡарама шул тиклем, Уйланма, һөйөклөм. Миңә һин бергенәм Һин генә ҡәҙерле. (Ф. Килдегулов муз., Г. Рәшитова һүҙ.)