Шәжәрә - ул йәшәү тантанаһы,
Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,
Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,
Бороңғо ла, йәш тә, хәҙерге.
Шәжәрә - ул моңло “Буранбай”ҙай,
Иләүеңде һаҡлар ҡоралдай,
Буш тормаған бала бишегендәй,
Арҡа терәр мәғрүр Уралдай.
Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.
Кукрәк киреп олон тарбайтҡанда,
Күктә терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә!