Башкирский переводчик

АРГЫМАК.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

АРГЫМАК

00:00/00:00
  • Беҙ бергә һәр саҡ, Куңелебеҙ алсаҡ. Булайыҡ берҙәм, Булһаҡ та төрлө ерҙән. Һарытау, Ырымбур, Ерҙәребеҙ бик ҙур. Ҡурған һәм Силәбе Улар башҡорт ерҙәре (2 раза) Әй буйында үҫтем, Һаҡмар һыуын эстем, Яйыҡты ла кистем, Тупланып унда көстө. Бейек Урал тауынан, Урмандан, даланан, Һыбай башҡорт саба алға, Тыуған иле хаҡына. Беҙ бергә һәр саҡ, Куңелебеҙ алсаҡ, Булайыҡ берҙәм, Булһаҡ та төрлө ерҙән. Һарытау, Ырымбур, Ерҙәребеҙ бик ҙур, Ҡурған һәм Силәбе, Улар башҡорт ерҙәре. Беҙ бергә һәр саҡ, Куңелебеҙ алсаҡ, Булайыҡ берҙәм, Булһаҡ та төрлө ерҙән. Һарытау, Ырымбур, Ерҙәребеҙ бик ҙур, Ҡурған һәм Силәбе, Урал батыр ерҙәре.
  • 1. Күл буйында мин ятам, ҡояш нурҙарын йотам Эҫе таштар арҡамды яндыралар Эргәмдә ҡоштар һайрай күңелемә рәхәт Минең йөрәгемдә йәшәй саф мөхәббәт Ҡушымта: Эй, һылыу ҡыҙыҡай, хәлдәрең нисек? Һиңә эҫе булып китһә һыу инәйек Күлдәге балыҡтар аяҡты ҡытыҡлата Тәндәге булған йөндәрҙе ҡапыл ҡалҡыта 2. Ҡояш апай йылыта, көндө нығ(ы)раҡ ҡыҙҙырта Һалҡын ғына ел өрә минең битемә Күл буйында беҙгә оҡшай, мин һиңә һыу сәптертәм Йәй көнө беҙгә рәхәт, мин йәйҙе яратам 3. Оҙаҡламай кис етә, ҡояш йоҡларға китә Урынына ай сыға, беҙгә яҡтырта Эргәмдә ята кәмә, шул кәмәлә беҙ бергә Көнө буйы йөҙәсәкбеҙ күл уртаһында