Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Йүрүҙән»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Тауҙар-таштар ярып, боролоп-боролоп,
Йорүҙәнкәй бик шәп ағаһың.
Кѳслѳ ғәйрәт менән тулҡыныңды
Бейек ярҙарыңа ҡағаһың.

Йорүҙәнкәй беҙҙең данлы йылға.
Күпте күргән, күпте кисергән.
Унда данлы батыр Салауат та
Аҡбуҙатын тѳш(ѳ)рѳп эсергән

Һоҡланған ул матур Йорүҙәнгә.
Ҡарап-ҡарап, уға туймаған.
Туғайынан ҡурай ѳҙѳп алып,
Ѳҙѳлѳп-ѳҙѳлѳп уны уйнаған.

Другие песни исполнителя:

  • Йылы ғына икән тыуған тупһам, Көйрәп кенә яна усағы, Йәндәремә урын тапмай инем, Күңелдәрем һиндә бушаны. Ҡушымта: Эй ҡәҙерле минең тыуған тупһам, Ут йотҡанда һиҙҙең хәлемде. Донъяға һин астың күҙҙәремде, Һин үҙ иттең бөтә мәлемде. Ҡөҙрәтле лә минең тыуған тупһам, Ер-Һыу тартып һиңә ҡайтайым. Һинән башҡа минең ҡөҙрәтем юҡ, Ниндәй һүҙҙәр табып маҡтайым?! Ҡушымта Тыуған тупһаларҙың йылылығы, Йөрәк түрҙәремдә, үҙемдә. Ҡурай моңо кеүек һыҙылырмын, Ҡайтыр юлҡайҙарым өҙөлһә.
  • Иҙел Нурғәлин көйө Фирүзә Адбуллина шиғыры Беҙ бит бер ҡарында яралғанбыҙ, Ата-әсә наҙын күргәнбеҙ, Бер икмәкте бүлеп ашағанбыҙ, Бергә илап, бергә көлгәнбеҙ. Бер туғандар бит беҙ, Бер оянан! Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ, Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып, Шатлыҡтарҙы бергә тойғанбыҙ. Бер туғаның өсөн йән атыуҙы Кәмһенеү тип уйлай ҡайһылар. Юғалтмайыҡ, зинһар, туғандарҙы, Бынан да ҙур ниндәй ҡайғы бар?! Бер туғандар бит беҙ, Бер оянан! Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ, Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып, Шатлыҡтарҙы бергә тойғанбыҙ. Бөтәһе лә уртаҡ ине лә бит… Нимә булды, апай-ағайҙар? Һәр берегеҙ хәҙер үҙен генә Башҡаларҙан өҫтөн һанайҙар… Хоҙай беҙҙе бергә булһын өсөн Бер туғандар итеп яратҡан. Мин яратам һеҙҙе, туғандарым! Ниндәй булһағыҙ ҙа яратам! Бер туғандар бит беҙ, Бер оянан! Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ, Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып, Шатлыҡтарҙы бергә тойғанбыҙ. Ни булһа ла, бит беҙ, бер туғанбыҙ!
  • 1.Ты дороже жизни мне, ведь опора ты моя, Чтоб сердца стучали в такт - лишь желаю я. Ты дороже сердца мне, ведь опора ты моя, Чтоб сердца стучали в такт - лишь желаю я. припев: Ты моя, ты моя - целая моя луна, Сделай, чтоб были мы вместе - ты и я.(2р.) 2.Эй, волшебная любовь, силу крыльям ты даёшь, Словно птицу в небеса ты меня ведёшь. Эй, волшебная любовь, силу крыльям ты даёшь, Словно птицу в небеса ты меня ведёшь. припев.(4р.) 3.Чувства страстные ко мне в свое сердце положи, Лишь тогда могу летать, когда рядом ты. Чувства страстные ко мне в свое сердце положи, Лишь тогда могу летать, когда рядом ты.
  • 1.Тормош юлыңда тигеҙ атларға Ҡатмарлы булған сағыңда Еңергә була ауырлыҡтарҙы Дуҫтарың булhа әгәр яныңда Ҡара төндәрҙә, аяҙ көндәрҙә Яҡын дуҫ hәр саҡ беҙ бергә Бергә булғанда hис бирешмәйбеҙ Дуҫлыҡ балҡыhын ғүмергә 2.Юлдарҙа үтә беҙҙен ғумерҙәр Ашҡынып тибә йөрәктәр Бирешмәйенсә, аҙашмайынса Тоғро дуҫкайым, атлайыҡ бергә 3.күпме hынауҙар артта ҡалдылар үрләйhе әле үрҙәр бар Аянысымда, ышансымда Бары дуҫкайым hинең ҡулыңда