Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Рамаҙан»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Бөгөн мәсет тупһаһынан
Мин ожмахҡа инәм.
Әйтерһең дә, яҙмышымда
Шулай ҡушҡан (яҙған) Ҡөрьән.

Ҡушымта:

Эй, мосолман донъяһы,
Көмөш тауышлы аҙан.
Эй, мосолман донъяһы,
Хуш, хәйерле Рамаҙан!

Тыуған ерем тупрағынан
Бер ус алып хажға.
Сыҡһам ине - мә именлек,
Сәфәр бирһен Хоҙай!

Ҡушымта

Бирһен Хоҙай халыҡтарға
Һаулыҡ һәм мәрхәмәт.
Фәҡир хәлен уртаҡлашҡан
Пәйғәмбәр Мөхәммәт.

Другие песни исполнителя:

  • Оло юлдың туҙанын шул Үҙем күрҙем туҙғанын. Һиҙмәй ҡалдым, күрмәй (белмәй) ҡалдым Йәш ғүмерҙең уҙғанын. Оло юлдың туҙанында Ҡалды минең эҙҙәрем; Ҡайҙа икән йәшлегем, тип, Шул юлдарҙан эҙләнем. Олы юлдан аттар саба, Беҙгә ҡала туҙаны. Алда ғүмер барҙыр барын, Һағындыра уҙғаны.
  • Иҫеңдәме иркәм күл буйында Вәғәҙәләштең бергә булырға Шул ваҡыттан алып хәҙергәсә Тоғро ҡалдыҡ биргән анттарға Рәхмәт йәнем рәхмәт һиңә генә Бар ғүмереңде бағышланың Мин бәхетле һин янымда булып Тормошомдо минең урланың Иҫеңдәме иркәм бәхетебеҙ Икеләтә артҡан саҡтары Тормошобоҙ мәғәнәһе булып Йортҡа сабыйҙарҙың ҡайтҡаны Бирһә ине Хоҙай һәр кемгә лә Ошо бәхеттәрҙе татырға Ғүмерҙәрҙең ахырына ҡәҙәр Яратып һәм яратылырға