Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һуңғы һулыш (Тагир Асадуллин менән)»
исполнителя Алтынай Валитов.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш...
Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш.
Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш...
Һуңғы hулышынды алғансы тырыш.


Ҡыҙарып бөткән күҙҙәреңдән тама әсе йәштәр,
Ауыр тормош күргәнеңде беләм кесе йәштән.
Иртән тороп китәhең, кисен ҡайтаhың эштән,
Йәтим ҡалhа ғәзиз балаң, кем ҡосаҡлап ҡыҫыр түшкә?
Беләм ирең туҡмағанды, беләм, йөрөй өҫтән,
Күрше көлөп ҡарағанды, яраңа тоҙҙар өҫтәп.
Боралып ята өҫтәл, иҫереп ята ирең,
Был донъянан китhәң, балаң ниҙәр күрер?
Аҡса етмәй бер нимәгә, бурыс алаhың өҫтәп,
Һөртә-һөртә күҙ йәшеңде тағын китәң эшкә,
Тештәрҙе ҡыҫып тешкә, тотаhың тормош дирбәғәhен.
Мин күргәнде балаҡайым ғына тик күрмәhен,
Ниңә генә ауыр тормош биргән икән Хоҙай?
Һындыра hуғып, ғүмереңдең көндәрен hынай,
Куңелем тулы hағыш, йөрәгем сәнсә ҡыҫып,
Китәhе ине был донъянан ҡасып.


Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш…
Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш.
Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш…
Һуңғы hулышынды алғансы тырыш.


Ҡыҙарып бөткән күҙҙәреңдән тама әсе йәштәр,
Ауыр тормош күргәнеңде беләм кесе йәштән.
Башымда йөҙәр уйҙар, күңелем тулы hағыш.
Бирешә күрмә, дуҫым, hуңғы hулышҡаса тырыш,
Тырыш, ҡарамайса артыңа ла әйләнеп,
Тырыш, күрәhе әле был тормоштоң йәмен.
Татыйhы әле hөйөү тәмен, булыр кәрәк иҫән.
Шулай итеп яҙмышыңдың йомғағын сисәhең.
Тағын китәhең эшкә, ҡайтаhың тағын кисен.
Тағын килә ауырлыҡтар, түҙергә тағын нисек?
Йәшәү көсөн нисек табырға икән тағын?
Нисек hүндермәйсә генә тоторға йорт осағын?
Ниңә генә ауыр тормош биргән икән Хоҙай?
Һындыра hуғып, ғүмереңдең көндәрен hынай,
Күңелем тулы hағыш, йөрәгем сәнсә ҡыҫып
Китәhе ине был донъянан ҡасып.


Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш…
Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш.
Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш….
Һуңғы hулышынды алғансы тырыш.