Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Алтынай Валитов.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Алтынай Валитов

  • Көнөн төнөн бер туҡтамай башҡорт сәй эсә! Сәй эстем бөгөн әлбиттә, сәй эстем кисә. Ҡан йүгерә бит тиҙерәк - беҙгә шул кәрәк! Сәй эсмәгән башҡорт бармы? Йә, төртөп күрһәт! Мәтрүшкәне генә һалып, бесәндән арып Сәй эсергә ултырғанда - донъяң торһон ары! Йә, оялып торма дуҫым, торма ҡыҙарып Сәй эсергә әйҙә ултыр, ашап ултыр барын! Сәй эсә әсәй атай ҙа, бесәй ҙә эсә! Төнө буйы, ҡайҙа булдым тейһеңме кисә? Дуҫтар менән йыйылышып, ҡыҙҙар менән шашып! Таңға тиклем сәй эскайнек - эсебеҙ ташып! Ауырта икән башың, тамаҡҡа үтмәй ашың? Йыйырып ятма ҡашың - минең яныма ашыҡ! Һиңә кәрәкмәҫ ҡашыҡ, тотоп кил миңә кәсә Иртәнсәктән кискәсә - көнө-төнө сәй эсәм! Припев: Сәй сәй - мин сәй эсәм! Сәй сәй - һин сәй эсәң! Сәй сәй - ул сәй эсә! Башҡорт сәй эсә, ба-ба-башҡорт сәй эсә! Миңә кофе кәрәкмәй - зыян бит ул йөрәккә! Көнө-төнө сәй эскәнгә - көслө минең беләктәр! Самауырым, сәйнүгем - өҫтәлем тулы минең! Сынаяғым сәүәтәм - кәрәкмәй бер ни бүтән! Урамға сығам кисен, биш сынаяҡ сәй эсеп! Әсәй аптырай нисек - шартламай минең эсем! Һорамағыҙ, мин нисек шундай оҫта бейеүсе Серемде бирәм сисеп - быға сәйем ғәйепсе! Сит илдәрҙә күп йөрөнөм, күрҙем бик куп урындар Беҙҙең кеүек көнө-төнө сәй эскәндәр юҡ унда! Ҡырын төшөп диванда, йәки эшең булғанда Ҡайҙа ғына булһаң да - сәйең булһын ҡулыңда! Сәй эсергә яратһаң - ятыр йырым күңелеңә Дуҫтарыңа ла тыңлат, тыңлама үҙең генә! Бергәләшеп һелкенеп ошо йырға - сәй эсәйек Сәй эсә әсәй атайым, хатта эсә бесәйем!
  • Оран һалып ҡысҡыраһы килә әйтер һүҙемде Ауыҙ ябып ултырып булмай, бөттө түҙемлек! Башҡорт башын эймәй тейеп - йыуатһам да үҙемде Башы эйелмәне, ләкин биле бөгөлдө... Томаланған аңдарыбыҙ, алырға ғына килем Беҙ - башҡорт уландары, үҙ еребеҙҙә килен! Көлөп китә һәр береһе, үҙ илемә килеп Уҙең дә онотоп бараһың әсә телен... Бер-беребеҙҙе батырабыҙ интернет селтәрендә Шул арала, башҡа баҫып - башҡалар күтәрелә! Аҡмулла, Зәки Вәлиди, Бабич һәм бөтәһе лә Башҡорттар түгел, хәҙер инде улар бүтән милләт! Хоҙай, зинһар бирсе миңә түҙемлек... Һорайым - ни булһа ла, юғалтмаҫҡа үҙемде! Башҡорт булып ҡалырмын, ҡаным барҙа тамырҙа Етмәне әле ваҡыт, беҙгә соҡор ҡаҙырға!!! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт! Ҡара йөҙҙәр ҡараһа ла ыржайып Мин үҙемсә эшләрмен көн һайын Берәй ҡасан китһәм дә мин байып Булырмын шул уҡ ауыл малайы Кем булһам да сыҡҡанмын ябай халыҡтан Меңәр йылдарға һуҙылған беҙҙең тарих бар Урал батыр, Салауаттан килә беҙҙең ҡан! Күңелем осар бөркөт, йәнем арыҫлан! Үҙебеҙҙән тора ниндәй булыры киләсәк! Барыбыҙ ҙа һулай бер үк һауа бер үк һыу эсә... Йүгерә аттар болонда, һыҙғырып ҡурай үҫә Бөтә байлығын йәлләмәйсә бирә ер әсә! Ғорурланамын мин, тыуғаныма башҡорт булып! Бөрйән тауҙарынан, Алтынай Үлмәҫбай улы! Һәр башҡорт әгәр онотмаһа үҙ юлын... Телем, ерем, милләтебез - тере булыр!!! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт!
  • Припев Йәшәү көсө ҡайҙа, ҡайҙа атай Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына Ҡаяларҙа бөркөт ерҙә һине Донъяла ғашыҡ булып улың һине һағына Атай әйтсе ниңә шулай күкрәгем килә яралып Ниңә барыһы яҡшы булһала күңелем яралы Ҡаралы ниңә бөтәһе көлә, бөтәһенә оҡшамаһа күкрәгемде йыртып сығабит минең аждаһа Яҡшылыҡ эшләйемдә тағын һыуға һалып ҡуямын Тағын күҙлегемдең пыялаһын алһыу төҫкә буяным Нишләп булмай уянып күргем килмәй донъяның Утҡынға батып барғанын ҡара төтөнгә тулғанын Атай ниңә ҡайтарып булмай әйткән ауыр һүҙәрҙе Ниңә кешегә ҡарап кеше түгел үҙем үҙгәрҙем Нисек ҡара йөҙәрҙән айырырға яҡшыһын Нишләп тормош көтөп тормай ҡайҙа ул йелә ашығып Башымды баҫып тештәр ҡыҫып тағы сабамын яуға мин Мин күңелдәғе яраларҙы хыялдар менән ялғаным Бына тағын йығылдым тип төшөрһәм мин ҡулымды Атай ишек асып көтөп ҡабул итсе улыңды Припев Йәшәү көсө ҡайҙа, ҡайҙа атай Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына Ҡаяларҙа бөркөт ерҙә һине Донъяла ғашыҡ булып улың һине һағына Куплет2: Һағындыра атай, баласаҡ Һағындыра тыуған йорт Йылы усаҡ, һағындыра һинең еҫең Һинең ҡосаҡ күкә осам, тағын осам Осабыҙҙа китәбеҙ беҙ шул үҫеп йыраҡ йыраҡҡа Хәҙер инде ҡайтмайбыҙ беҙ тик киләбеҙ ҡунаҡҡа Хәҙер юлдар айырылды уҙебеҙ һуҡмаҡ һалабыҙ Һин ауылда инде ҡалдың Беҙ үҙеп китек ҡаланы Һинән башланып киткән ғүмер инде беҙҙә дауам итә Хәҙер инде үҙем атай тейеп әйтер баланы көтәм Улда үҫеп йетер Тормош бирер һынауҙар Уныңда тыуыр микән минең кеүек һорауҙар Йәшәү көсөм ҡайҙа, ҡайҙа атай Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына Ҡаяларҙан бөркөт ерҙә һине Донъяла ғашыҡ булып улың һине һағына Припев Йәшәү көсө ҡайҙа, ҡайҙа атай Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына Ҡаяларҙа бөркөт ерҙә һине Донъяла ғашыҡ булып улың һине һағына
  • Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш... Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш. Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш... Һуңғы hулышынды алғансы тырыш. Ҡыҙарып бөткән күҙҙәреңдән тама әсе йәштәр, Ауыр тормош күргәнеңде беләм кесе йәштән. Иртән тороп китәhең, кисен ҡайтаhың эштән, Йәтим ҡалhа ғәзиз балаң, кем ҡосаҡлап ҡыҫыр түшкә? Беләм ирең туҡмағанды, беләм, йөрөй өҫтән, Күрше көлөп ҡарағанды, яраңа тоҙҙар өҫтәп. Боралып ята өҫтәл, иҫереп ята ирең, Был донъянан китhәң, балаң ниҙәр күрер? Аҡса етмәй бер нимәгә, бурыс алаhың өҫтәп, Һөртә-һөртә күҙ йәшеңде тағын китәң эшкә, Тештәрҙе ҡыҫып тешкә, тотаhың тормош дирбәғәhен. Мин күргәнде балаҡайым ғына тик күрмәhен, Ниңә генә ауыр тормош биргән икән Хоҙай? Һындыра hуғып, ғүмереңдең көндәрен hынай, Куңелем тулы hағыш, йөрәгем сәнсә ҡыҫып, Китәhе ине был донъянан ҡасып. Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш… Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш. Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш… Һуңғы hулышынды алғансы тырыш. Ҡыҙарып бөткән күҙҙәреңдән тама әсе йәштәр, Ауыр тормош күргәнеңде беләм кесе йәштән. Башымда йөҙәр уйҙар, күңелем тулы hағыш. Бирешә күрмә, дуҫым, hуңғы hулышҡаса тырыш, Тырыш, ҡарамайса артыңа ла әйләнеп, Тырыш, күрәhе әле был тормоштоң йәмен. Татыйhы әле hөйөү тәмен, булыр кәрәк иҫән. Шулай итеп яҙмышыңдың йомғағын сисәhең. Тағын китәhең эшкә, ҡайтаhың тағын кисен. Тағын килә ауырлыҡтар, түҙергә тағын нисек? Йәшәү көсөн нисек табырға икән тағын? Нисек hүндермәйсә генә тоторға йорт осағын? Ниңә генә ауыр тормош биргән икән Хоҙай? Һындыра hуғып, ғүмереңдең көндәрен hынай, Күңелем тулы hағыш, йөрәгем сәнсә ҡыҫып Китәhе ине был донъянан ҡасып. Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш… Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш. Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш…. Һуңғы hулышынды алғансы тырыш.
  • Ҡояш һыҙылып ҡалҡа офоҡтан, Һөйгәнем ята ҡосаҡта. Иркәләп йылы ҡулдары уята, Ирендәр ҡабатлай "Һине яратам!" Йылмайып ҡарайым тәҙрә аша, Ҡояш нурҙарына ҡүҙҙәрем ҡамаша. Күкрәк тултырып һулайым һауаһын, Ҡүнелдә минең сәскәләр далаһы. Ҡулды тығып кеҫәгә, Йылмайып үткән кешегә, Осоп үтәм урамдан, Ҡыуанып атҡан таңыма. Һөйгәнем бар янымда, Янымда бар туғандар, Бар яратҡан эшем, Мин - бәхетле кеше! Мин бәхетле! Бәхетле! Мин бәхетле! Бәхетле! Рәхмәт, атай-әсәй! Рәхмәт, туғандарым, яҡындарым! Рәхмәт, дуҫтарым! Рәхмәт, тамашасыма! Рәхмәт һиңә, бәләкәсем! Рәхмәт, хоҙайыма! Рәхмәт һәр бер атҡан таңыма! Рәхмәт барығыҙға ла! Һеҙ булғанда мин тере, Һеҙ булғанда мин бәхетле! Тыныс ҡүҡ йөҙө ҡүрә ҡүҙем, Хоҙай биргән миңә түҙем. Биргән миңә аяҡ-ҡулдар, Һаулығыңды бирсе мулдан! Барыһы килә минең ҡулымдан, Алға ҡарап барам үҙ юлымдан. Һиҙәм болондан сәскә еҫен, Мин бәхетле кеше! Ҡулды тығып кеҫәгә, Йылмайып үткән кешегә, Осоп үтәм урамдан, Ҡыуанып атҡан таңыма. Һөйгәнем бар янымда, Янымда бар туғандар, Бар яратҡан эшем, Мин - бәхетле кеше! Мин бәхетле! Бәхетле! Мин бәхетле! Бәхетле! Мин бәхетле! Бәхетле! Мин бәхетле! Бәхетле!