Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тамуҡ ашы»
исполнителя Алтынай Валитов.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш... Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш. Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш... Һуңғы hулышынды алғансы тырыш. Ҡыҙарып бөткән күҙҙәреңдән тама әсе йәштәр, Ауыр тормош күргәнеңде беләм кесе йәштән. Иртән тороп китәhең, кисен ҡайтаhың эштән, Йәтим ҡалhа ғәзиз балаң, кем ҡосаҡлап ҡыҫыр түшкә? Беләм ирең туҡмағанды, беләм, йөрөй өҫтән, Күрше көлөп ҡарағанды, яраңа тоҙҙар өҫтәп. Боралып ята өҫтәл, иҫереп ята ирең, Был донъянан китhәң, балаң ниҙәр күрер? Аҡса етмәй бер нимәгә, бурыс алаhың өҫтәп, Һөртә-һөртә күҙ йәшеңде тағын китәң эшкә, Тештәрҙе ҡыҫып тешкә, тотаhың тормош дирбәғәhен. Мин күргәнде балаҡайым ғына тик күрмәhен, Ниңә генә ауыр тормош биргән икән Хоҙай? Һындыра hуғып, ғүмереңдең көндәрен hынай, Куңелем тулы hағыш, йөрәгем сәнсә ҡыҫып, Китәhе ине был донъянан ҡасып. Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш… Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш. Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш… Һуңғы hулышынды алғансы тырыш. Ҡыҙарып бөткән күҙҙәреңдән тама әсе йәштәр, Ауыр тормош күргәнеңде беләм кесе йәштән. Башымда йөҙәр уйҙар, күңелем тулы hағыш. Бирешә күрмә, дуҫым, hуңғы hулышҡаса тырыш, Тырыш, ҡарамайса артыңа ла әйләнеп, Тырыш, күрәhе әле был тормоштоң йәмен. Татыйhы әле hөйөү тәмен, булыр кәрәк иҫән. Шулай итеп яҙмышыңдың йомғағын сисәhең. Тағын китәhең эшкә, ҡайтаhың тағын кисен. Тағын килә ауырлыҡтар, түҙергә тағын нисек? Йәшәү көсөн нисек табырға икән тағын? Нисек hүндермәйсә генә тоторға йорт осағын? Ниңә генә ауыр тормош биргән икән Хоҙай? Һындыра hуғып, ғүмереңдең көндәрен hынай, Күңелем тулы hағыш, йөрәгем сәнсә ҡыҫып Китәhе ине был донъянан ҡасып. Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш… Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш. Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш…. Һуңғы hулышынды алғансы тырыш.
  • Оран һалып ҡысҡыраһы килә әйтер һүҙемде Ауыҙ ябып ултырып булмай, бөттө түҙемлек! Башҡорт башын эймәй тейеп - йыуатһам да үҙемде Башы эйелмәне, ләкин биле бөгөлдө... Томаланған аңдарыбыҙ, алырға ғына килем Беҙ - башҡорт уландары, үҙ еребеҙҙә килен! Көлөп китә һәр береһе, үҙ илемә килеп Уҙең дә онотоп бараһың әсә телен... Бер-беребеҙҙе батырабыҙ интернет селтәрендә Шул арала, башҡа баҫып - башҡалар күтәрелә! Аҡмулла, Зәки Вәлиди, Бабич һәм бөтәһе лә Башҡорттар түгел, хәҙер инде улар бүтән милләт! Хоҙай, зинһар бирсе миңә түҙемлек... Һорайым - ни булһа ла, юғалтмаҫҡа үҙемде! Башҡорт булып ҡалырмын, ҡаным барҙа тамырҙа Етмәне әле ваҡыт, беҙгә соҡор ҡаҙырға!!! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт! Ҡара йөҙҙәр ҡараһа ла ыржайып Мин үҙемсә эшләрмен көн һайын Берәй ҡасан китһәм дә мин байып Булырмын шул уҡ ауыл малайы Кем булһам да сыҡҡанмын ябай халыҡтан Меңәр йылдарға һуҙылған беҙҙең тарих бар Урал батыр, Салауаттан килә беҙҙең ҡан! Күңелем осар бөркөт, йәнем арыҫлан! Үҙебеҙҙән тора ниндәй булыры киләсәк! Барыбыҙ ҙа һулай бер үк һауа бер үк һыу эсә... Йүгерә аттар болонда, һыҙғырып ҡурай үҫә Бөтә байлығын йәлләмәйсә бирә ер әсә! Ғорурланамын мин, тыуғаныма башҡорт булып! Бөрйән тауҙарынан, Алтынай Үлмәҫбай улы! Һәр башҡорт әгәр онотмаһа үҙ юлын... Телем, ерем, милләтебез - тере булыр!!! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт!