Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мин бәхетле»
исполнителя Алтынай Валитов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡояш һыҙылып ҡалҡа офоҡтан,
Һөйгәнем ята ҡосаҡта.
Иркәләп йылы ҡулдары уята,
Ирендәр ҡабатлай "Һине яратам!"
Йылмайып ҡарайым тәҙрә аша,
Ҡояш нурҙарына ҡүҙҙәрем ҡамаша.
Күкрәк тултырып һулайым һауаһын,
Ҡүнелдә минең сәскәләр далаһы.
Ҡулды тығып кеҫәгә,
Йылмайып үткән кешегә,
Осоп үтәм урамдан,
Ҡыуанып атҡан таңыма.
Һөйгәнем бар янымда,
Янымда бар туғандар,
Бар яратҡан эшем,
Мин - бәхетле кеше!
Мин бәхетле! Бәхетле!
Мин бәхетле! Бәхетле!

Рәхмәт, атай-әсәй!
Рәхмәт, туғандарым, яҡындарым!
Рәхмәт, дуҫтарым!
Рәхмәт, тамашасыма!
Рәхмәт һиңә, бәләкәсем!
Рәхмәт, хоҙайыма!
Рәхмәт һәр бер атҡан таңыма!
Рәхмәт барығыҙға ла!
Һеҙ булғанда мин тере,
Һеҙ булғанда мин бәхетле!

Тыныс ҡүҡ йөҙө ҡүрә ҡүҙем,
Хоҙай биргән миңә түҙем.
Биргән миңә аяҡ-ҡулдар,
Һаулығыңды бирсе мулдан!
Барыһы килә минең ҡулымдан,
Алға ҡарап барам үҙ юлымдан.
Һиҙәм болондан сәскә еҫен,
Мин бәхетле кеше!
Ҡулды тығып кеҫәгә,
Йылмайып үткән кешегә,
Осоп үтәм урамдан,
Ҡыуанып атҡан таңыма.
Һөйгәнем бар янымда,
Янымда бар туғандар,
Бар яратҡан эшем,
Мин - бәхетле кеше!
Мин бәхетле! Бәхетле!
Мин бәхетле! Бәхетле!

Мин бәхетле! Бәхетле!
Мин бәхетле! Бәхетле!

Другие песни исполнителя:

  • Оран һалып ҡысҡыраһы килә әйтер һүҙемде Ауыҙ ябып ултырып булмай, бөттө түҙемлек! Башҡорт башын эймәй тейеп - йыуатһам да үҙемде Башы эйелмәне, ләкин биле бөгөлдө... Томаланған аңдарыбыҙ, алырға ғына килем Беҙ - башҡорт уландары, үҙ еребеҙҙә килен! Көлөп китә һәр береһе, үҙ илемә килеп Уҙең дә онотоп бараһың әсә телен... Бер-беребеҙҙе батырабыҙ интернет селтәрендә Шул арала, башҡа баҫып - башҡалар күтәрелә! Аҡмулла, Зәки Вәлиди, Бабич һәм бөтәһе лә Башҡорттар түгел, хәҙер инде улар бүтән милләт! Хоҙай, зинһар бирсе миңә түҙемлек... Һорайым - ни булһа ла, юғалтмаҫҡа үҙемде! Башҡорт булып ҡалырмын, ҡаным барҙа тамырҙа Етмәне әле ваҡыт, беҙгә соҡор ҡаҙырға!!! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт! Ҡара йөҙҙәр ҡараһа ла ыржайып Мин үҙемсә эшләрмен көн һайын Берәй ҡасан китһәм дә мин байып Булырмын шул уҡ ауыл малайы Кем булһам да сыҡҡанмын ябай халыҡтан Меңәр йылдарға һуҙылған беҙҙең тарих бар Урал батыр, Салауаттан килә беҙҙең ҡан! Күңелем осар бөркөт, йәнем арыҫлан! Үҙебеҙҙән тора ниндәй булыры киләсәк! Барыбыҙ ҙа һулай бер үк һауа бер үк һыу эсә... Йүгерә аттар болонда, һыҙғырып ҡурай үҫә Бөтә байлығын йәлләмәйсә бирә ер әсә! Ғорурланамын мин, тыуғаныма башҡорт булып! Бөрйән тауҙарынан, Алтынай Үлмәҫбай улы! Һәр башҡорт әгәр онотмаһа үҙ юлын... Телем, ерем, милләтебез - тере булыр!!! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт! Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып... Өҫтән ҡысҡыралар - ""һау бул, башҡорт"", тип Ә мин беҙҙен милләтең, яҡты юлын курәм Һәм өндәшәм һиңә - һаумы, башҡорт!