Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Башҡорт сәй эсә!»
исполнителя Алтынай Валитов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Көнөн төнөн бер туҡтамай башҡорт сәй эсә!
Сәй эстем бөгөн әлбиттә, сәй эстем кисә.
Ҡан йүгерә бит тиҙерәк - беҙгә шул кәрәк!
Сәй эсмәгән башҡорт бармы? Йә, төртөп күрһәт!

Мәтрүшкәне генә һалып, бесәндән арып
Сәй эсергә ултырғанда - донъяң торһон ары!
Йә, оялып торма дуҫым, торма ҡыҙарып
Сәй эсергә әйҙә ултыр, ашап ултыр барын!

Сәй эсә әсәй атай ҙа, бесәй ҙә эсә!
Төнө буйы, ҡайҙа булдым тейһеңме кисә?
Дуҫтар менән йыйылышып, ҡыҙҙар менән шашып!
Таңға тиклем сәй эскайнек - эсебеҙ ташып!

Ауырта икән башың, тамаҡҡа үтмәй ашың?
Йыйырып ятма ҡашың - минең яныма ашыҡ!
Һиңә кәрәкмәҫ ҡашыҡ, тотоп кил миңә кәсә
Иртәнсәктән кискәсә - көнө-төнө сәй эсәм!

Припев:
Сәй сәй - мин сәй эсәм!
Сәй сәй - һин сәй эсәң!
Сәй сәй - ул сәй эсә!
Башҡорт сәй эсә, ба-ба-башҡорт сәй эсә!

Миңә кофе кәрәкмәй - зыян бит ул йөрәккә!
Көнө-төнө сәй эскәнгә - көслө минең беләктәр!
Самауырым, сәйнүгем - өҫтәлем тулы минең!
Сынаяғым сәүәтәм - кәрәкмәй бер ни бүтән!

Урамға сығам кисен, биш сынаяҡ сәй эсеп!
Әсәй аптырай нисек - шартламай минең эсем!
Һорамағыҙ, мин нисек шундай оҫта бейеүсе
Серемде бирәм сисеп - быға сәйем ғәйепсе!

Сит илдәрҙә күп йөрөнөм, күрҙем бик куп урындар
Беҙҙең кеүек көнө-төнө сәй эскәндәр юҡ унда!
Ҡырын төшөп диванда, йәки эшең булғанда
Ҡайҙа ғына булһаң да - сәйең булһын ҡулыңда!

Сәй эсергә яратһаң - ятыр йырым күңелеңә
Дуҫтарыңа ла тыңлат, тыңлама үҙең генә!
Бергәләшеп һелкенеп ошо йырға - сәй эсәйек
Сәй эсә әсәй атайым, хатта эсә бесәйем!

Другие песни исполнителя:

  • Йүгереп, ҡая башынан һикерһәм мин аҫҡа, Йәнем осоп китер ине болоттарҙа айҡап. Ерҙә минән ҡалыр ине минең ҡылған эшем, Шуның өсөн булыр кәрәк кешелекле кеше. Тормош китабын яҙып етеп барам уртаһынан, Ваҡытты туҡтатып булмай, үҙенекен бара һынап. Миңә егерме ете, ә мин һаман бала һымаҡ, Тормош ташлап торһа ла алдыма күпме һынау. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам. Йүгереп, ҡая башынан һикерһәм мин аҫҡа, Йәнем осоп китер ине болоттарҙа айҡап. Нисек итеп иҫкә алыр ине икән кеше, Хәтер булып ҡалыр ине микән ҡылған эшем. Бөтәһенә лә өлгөрөп, ярҙам итеп булмай, Ярҙам итә алмаһам да йырҙан этеп тормам. Ҡылған хаталар бер саҡ күкрәгемде тишер, Ләкин тырышырмын булырға мин кешелекле кеше. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам.