Йүгереп, ҡая башынан һикерһәм мин аҫҡа,
Йәнем осоп китер ине болоттарҙа айҡап.
Ерҙә минән ҡалыр ине минең ҡылған эшем,
Шуның өсөн булыр кәрәк кешелекле кеше.
Тормош китабын яҙып етеп барам уртаһынан,
Ваҡытты туҡтатып булмай, үҙенекен бара һынап.
Миңә егерме ете, ә мин һаман бала һымаҡ,
Тормош ташлап торһа ла алдыма күпме һынау.
Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам,
Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам.
Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам,
Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам.
Йүгереп, ҡая башынан һикерһәм мин аҫҡа,
Йәнем осоп китер ине болоттарҙа айҡап.
Нисек итеп иҫкә алыр ине икән кеше,
Хәтер булып ҡалыр ине микән ҡылған эшем.
Бөтәһенә лә өлгөрөп, ярҙам итеп булмай,
Ярҙам итә алмаһам да йырҙан этеп тормам.
Ҡылған хаталар бер саҡ күкрәгемде тишер,
Ләкин тырышырмын булырға мин кешелекле кеше.
Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам,
Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам.
Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам,
Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам.
Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам,
Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам.
Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам,
Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам.