Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ышан миңә»
исполнителя Алтынай Валитов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һине күреп ҡалыу менән, әйләнде минең башым,
Боҙ йөрәгем иреп китте, күңелем китте шашып,
Бөтә донъя бер ваҡытҡа туҡтаған кеүек булды,
Рәхмәтлемен хоҙайыма һин осрағанға юлда
Ҡара төндә, ай яҡтыһында һинең һының
Һинең тәмле еҫтәреңде еҫкәргә етмәй тыным
Ҡуйы ҡара сәстәреңә, иркәләйем мин сумып
Яланғас тәнеңдә йөрөй, яратып минең ҡулым
Күҙемде алмайым һинең күҙҙәрҙән
Һинең өсөн генә мин уҙгәрҙем
Һине һайлайым мин меңдәрҙән
Түҙә алмайым һинһеҙ көндәрҙе
Күҙемде алмайым һинең күҙҙәрҙән
Һинең өсөн генә мин уҙгәрҙем
Һине һайлайым мин меңдәрҙән
Түҙә алмайым һинһеҙ көндәрҙе
Ышан миңә, бир ҡулыңды
Бергә үтербеҙ бер юлды
Айҙар аша, йылдар аша
Бәхетле булырбыҙ
Ышан миңә, бир ҡулыңды
Бергә үтербеҙ бер юлды
Айҙар аша, йылдар аша
Бәхетле булырбыҙ
Һинең булған саҡтала, уйлайым һинең хакта
Биш минутҡа айрылһамда, яҙамын һиңә хаттар
Башҡайзарым әйләнгән, күрмәйем бүтән башҡаны
Йөрәк түҙмәй һинең өсөн йырҙарын цырлай башланы
Ел-дауылдан барырмын, бәләкәсем һине һаҡлап
Ҡулдарыңды ебәрмәм төшһәлә бәлә башҡа
Ниҙәр генә булһала сигенмәҫбеҙ берҙә артҡа беҙ
Бергә яҡҡан усаҡты һүндермәй генә һаҡларбыҙ
Күҙемде алмайым һинең күҙҙәрҙән
Һинең өсөн генә мин уҙгәрҙем
Һине һайлайым мин меңдәрҙән
Түҙә алмайым һинһеҙ көндәрҙе
Күҙемде алмайым һинең күҙҙәрҙән
Һинең өсөн генә мин уҙгәрҙем
Һине һайлайым мин меңдәрҙән
Түҙә алмайым һинһеҙ көндәрҙе
Ышан миңә, бир ҡулыңды
Бергә үтербеҙ бер юлды
Айҙар аша, йылдар аша
Бәхетле булырбыҙ
Ышан миңә, бир ҡулыңды
Бергә үтербеҙ бер юлды
Айҙар аша, йылдар аша
Бәхетле булырбыҙ

Другие песни исполнителя:

  • Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш... Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш. Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш... Һуңғы hулышынды алғансы тырыш. Ҡыҙарып бөткән күҙҙәреңдән тама әсе йәштәр, Ауыр тормош күргәнеңде беләм кесе йәштән. Иртән тороп китәhең, кисен ҡайтаhың эштән, Йәтим ҡалhа ғәзиз балаң, кем ҡосаҡлап ҡыҫыр түшкә? Беләм ирең туҡмағанды, беләм, йөрөй өҫтән, Күрше көлөп ҡарағанды, яраңа тоҙҙар өҫтәп. Боралып ята өҫтәл, иҫереп ята ирең, Был донъянан китhәң, балаң ниҙәр күрер? Аҡса етмәй бер нимәгә, бурыс алаhың өҫтәп, Һөртә-һөртә күҙ йәшеңде тағын китәң эшкә, Тештәрҙе ҡыҫып тешкә, тотаhың тормош дирбәғәhен. Мин күргәнде балаҡайым ғына тик күрмәhен, Ниңә генә ауыр тормош биргән икән Хоҙай? Һындыра hуғып, ғүмереңдең көндәрен hынай, Куңелем тулы hағыш, йөрәгем сәнсә ҡыҫып, Китәhе ине был донъянан ҡасып. Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш… Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш. Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш… Һуңғы hулышынды алғансы тырыш. Ҡыҙарып бөткән күҙҙәреңдән тама әсе йәштәр, Ауыр тормош күргәнеңде беләм кесе йәштән. Башымда йөҙәр уйҙар, күңелем тулы hағыш. Бирешә күрмә, дуҫым, hуңғы hулышҡаса тырыш, Тырыш, ҡарамайса артыңа ла әйләнеп, Тырыш, күрәhе әле был тормоштоң йәмен. Татыйhы әле hөйөү тәмен, булыр кәрәк иҫән. Шулай итеп яҙмышыңдың йомғағын сисәhең. Тағын китәhең эшкә, ҡайтаhың тағын кисен. Тағын килә ауырлыҡтар, түҙергә тағын нисек? Йәшәү көсөн нисек табырға икән тағын? Нисек hүндермәйсә генә тоторға йорт осағын? Ниңә генә ауыр тормош биргән икән Хоҙай? Һындыра hуғып, ғүмереңдең көндәрен hынай, Күңелем тулы hағыш, йөрәгем сәнсә ҡыҫып Китәhе ине был донъянан ҡасып. Һуңғы hағыш, hуңғы hуғыш… Һуңғы hулышыңды алғансы тырыш. Һуңғы аҙым, hуңғы hуғыш…. Һуңғы hулышынды алғансы тырыш.
  • Припев Йәшәү көсө ҡайҙа, ҡайҙа атай Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына Ҡаяларҙа бөркөт ерҙә һине Донъяла ғашыҡ булып улың һине һағына Атай әйтсе ниңә шулай күкрәгем килә яралып Ниңә барыһы яҡшы булһала күңелем яралы Ҡаралы ниңә бөтәһе көлә, бөтәһенә оҡшамаһа күкрәгемде йыртып сығабит минең аждаһа Яҡшылыҡ эшләйемдә тағын һыуға һалып ҡуямын Тағын күҙлегемдең пыялаһын алһыу төҫкә буяным Нишләп булмай уянып күргем килмәй донъяның Утҡынға батып барғанын ҡара төтөнгә тулғанын Атай ниңә ҡайтарып булмай әйткән ауыр һүҙәрҙе Ниңә кешегә ҡарап кеше түгел үҙем үҙгәрҙем Нисек ҡара йөҙәрҙән айырырға яҡшыһын Нишләп тормош көтөп тормай ҡайҙа ул йелә ашығып Башымды баҫып тештәр ҡыҫып тағы сабамын яуға мин Мин күңелдәғе яраларҙы хыялдар менән ялғаным Бына тағын йығылдым тип төшөрһәм мин ҡулымды Атай ишек асып көтөп ҡабул итсе улыңды Припев Йәшәү көсө ҡайҙа, ҡайҙа атай Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына Ҡаяларҙа бөркөт ерҙә һине Донъяла ғашыҡ булып улың һине һағына Куплет2: Һағындыра атай, баласаҡ Һағындыра тыуған йорт Йылы усаҡ, һағындыра һинең еҫең Һинең ҡосаҡ күкә осам, тағын осам Осабыҙҙа китәбеҙ беҙ шул үҫеп йыраҡ йыраҡҡа Хәҙер инде ҡайтмайбыҙ беҙ тик киләбеҙ ҡунаҡҡа Хәҙер юлдар айырылды уҙебеҙ һуҡмаҡ һалабыҙ Һин ауылда инде ҡалдың Беҙ үҙеп китек ҡаланы Һинән башланып киткән ғүмер инде беҙҙә дауам итә Хәҙер инде үҙем атай тейеп әйтер баланы көтәм Улда үҫеп йетер Тормош бирер һынауҙар Уныңда тыуыр микән минең кеүек һорауҙар Йәшәү көсөм ҡайҙа, ҡайҙа атай Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына Ҡаяларҙан бөркөт ерҙә һине Донъяла ғашыҡ булып улың һине һағына Припев Йәшәү көсө ҡайҙа, ҡайҙа атай Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына Ҡаяларҙа бөркөт ерҙә һине Донъяла ғашыҡ булып улың һине һағына
  • Ҡояш һыҙылып ҡалҡа офоҡтан, Һөйгәнем ята ҡосаҡта. Иркәләп йылы ҡулдары уята, Ирендәр ҡабатлай "Һине яратам!" Йылмайып ҡарайым тәҙрә аша, Ҡояш нурҙарына ҡүҙҙәрем ҡамаша. Күкрәк тултырып һулайым һауаһын, Ҡүнелдә минең сәскәләр далаһы. Ҡулды тығып кеҫәгә, Йылмайып үткән кешегә, Осоп үтәм урамдан, Ҡыуанып атҡан таңыма. Һөйгәнем бар янымда, Янымда бар туғандар, Бар яратҡан эшем, Мин - бәхетле кеше! Мин бәхетле! Бәхетле! Мин бәхетле! Бәхетле! Рәхмәт, атай-әсәй! Рәхмәт, туғандарым, яҡындарым! Рәхмәт, дуҫтарым! Рәхмәт, тамашасыма! Рәхмәт һиңә, бәләкәсем! Рәхмәт, хоҙайыма! Рәхмәт һәр бер атҡан таңыма! Рәхмәт барығыҙға ла! Һеҙ булғанда мин тере, Һеҙ булғанда мин бәхетле! Тыныс ҡүҡ йөҙө ҡүрә ҡүҙем, Хоҙай биргән миңә түҙем. Биргән миңә аяҡ-ҡулдар, Һаулығыңды бирсе мулдан! Барыһы килә минең ҡулымдан, Алға ҡарап барам үҙ юлымдан. Һиҙәм болондан сәскә еҫен, Мин бәхетле кеше! Ҡулды тығып кеҫәгә, Йылмайып үткән кешегә, Осоп үтәм урамдан, Ҡыуанып атҡан таңыма. Һөйгәнем бар янымда, Янымда бар туғандар, Бар яратҡан эшем, Мин - бәхетле кеше! Мин бәхетле! Бәхетле! Мин бәхетле! Бәхетле! Мин бәхетле! Бәхетле! Мин бәхетле! Бәхетле!