Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр (Резеда Әминева менән)»
исполнителя Фаруаз Урманшин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Беҙҙең ғүмер шулай ҡоролған,
Бәхеттәргә һөйөү уралған.
Парлыларға ап-аҡ мөхәббәт
Толом-толом итеп уралған.

Ҡушымта:
Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр,
Һөйөү урманына ҡаратыр.
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға
Бәхет ебен кемдәр таратыр?

Бәхетлеләр йөрөй парланып,
Һөйөү урманына алданып.
Ә яңғыҙҙар ҡала ишен көтөп,
Килер тип һөйөү алланып.

Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс,
Яңғыҙ ҡалыу, беләм, аяныс.
Парлыларҙы һөйөү наҙлағанда
Уларҙы һуң кемдәр яратыр?

Другие песни исполнителя:

  • Көндө-көнгә ялғай-ялғай айҙар үтә, йылдар үтә. Япраҡтарын ҡоя-ҡоя ғүмеркәйҙәр көҙө етә. Әйтелмәгән хис-тойғолар, үтәлмәгән һүҙ-вәғҙәләр. Үкендереп, көрһөндөрөп, бәғерҙәрҙе телеп үтә. Кисерегеҙ, йән-дуҫтарым, янығыҙҙа булалманым. Тормош йөгөн һеҙ тартҡанда иңдәремде ҡуялманым. Кисер мине, йән һөйгәнем, сайпылдырҙың хистәремде. Бирә алманым тик үҙеңә мөлдөрәмә тулы көйө. Кисерегеҙ урман-ҡырҙар, тыуып үҫкән ғәзиз тупраҡ. Мин йөрөнөм сит яҡтарҙа сит яҡтарҙан ҡурсау һорап. Көҙгө елдәр әсе икән, ғүмер үкенесле икән. Һуңлап ҡына ҡәҙерҙәрен белеүҙәре ҡыйын икән.
  • 1.Әкрен генә һиҙҙермәйсә, Йәшлек ғүмерем үтә, Куңелем һис тә ҡартаймай hаман да ниҙер көтә. ҡушымта Картаямы ни һүң йөрәк, Маңлайҙар һырланһа ла, Yтте йәшлек йүләрлек тип Йырҙарҙа йырланһа ла. 2.Әллә ғашик булдым инде Йәшләй һөйгән йәр кеүек, Әйтерһендә берәү килеп Иркәләр, һөйәр кеуек. 3.Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр, Була ул hәркемдә лә. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндәрҙә лә.
  • Алмалары өлгoрмәhә, Сейэләрен өзәрбез. Бергә сакта тормоштоң бар Әсеhенә түзәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңэ бер генә. Йэнәшә барhак елен түгел, Дауылын да еңәрбез. Сөбхэналла, күззән hакла, Аккоштарга тиңдәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңа бер генә. Алмаhын да өзәрбез зә, Сейэhен дә өзәрбез, Бергә булhак, сикhез бәхет Күлдәрендә йөзәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңэ бер генә.