Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Кисерегеҙ»
исполнителя Фаруаз Урманшин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Көндө-көнгә ялғай-ялғай айҙар үтә, йылдар үтә.
Япраҡтарын ҡоя-ҡоя ғүмеркәйҙәр көҙө етә.

Әйтелмәгән хис-тойғолар, үтәлмәгән һүҙ-вәғҙәләр.
Үкендереп, көрһөндөрөп, бәғерҙәрҙе телеп үтә.

Кисерегеҙ, йән-дуҫтарым, янығыҙҙа булалманым.
Тормош йөгөн һеҙ тартҡанда иңдәремде ҡуялманым.

Кисер мине, йән һөйгәнем, сайпылдырҙың хистәремде.
Бирә алманым тик үҙеңә мөлдөрәмә тулы көйө.

Кисерегеҙ урман-ҡырҙар, тыуып үҫкән ғәзиз тупраҡ.
Мин йөрөнөм сит яҡтарҙа сит яҡтарҙан ҡурсау һорап.

Көҙгө елдәр әсе икән, ғүмер үкенесле икән.
Һуңлап ҡына ҡәҙерҙәрен белеүҙәре ҡыйын икән.

Другие песни исполнителя:

  • Ҡыңғырау сәскәләрен өҙмәгез Болондарҙан әгәр үтһәгеҙ Улар һеҙгә бәхет теләрҙәр Баштарынан һыйпап һөйлхәгеҙ Ҡыңғырау сэсэкэхе бағығыҙ Күҙҙәрегеҙ тулы наҙ мн Улар һеҙгә рәхмәт әйтерҙәр Сәскә атып иртә яҙ мн Ҡыңғырау сәскәһенең төҫтәре Зәңгәр күктә, тымыҡ күлдәрҙә Үҙәктәрҙе өҙә торғаны Беҙ яратҡан зәңгәр күҙҙәрҙә
  • Селтәр шәл бөркәнә алмагас Йылдарзың ягымлы язында. Бер йэмен, күрмэйем мин баксаның, Әгәр hин булмаhаң янымда. Әй рәхәт күңелгә, әй рәхәт Хуш eсле cәcкәләр янында. Хуш есен hизмэем мин гөлдәрзең, Әгәр hин булмаhаң янымда. Тып-тынык саф hыулы шишмәнән hыу эсәм hыуhаган cагымда. Бер тәме юк шишмә hыуының, Әгәр hин булмаhаң янымда.
  • Йыраҡлаша гармун, китә-китә, Ындыр аша болон юлы бар. Ҡайһы арала йәштәр сығып китә, Иҫләмәй ҙә ҡала ололар. Припев: Ауыл урамынан гармун үтә, Ҡайҙарғалыр әйҙәй, саҡыра. Ҡайҙарғалыр ишек асылып китә, Ҡайҙарғалыр ҡапҡа асыла. (2раза) Ҡыҙҙар нисек түҙеп торһон Болондарға гармун әйҙәгәс? Яңғыҙ йәшлек — йәшлек буламы ни, Таңға ҡәҙәр йырлап йөрөмәгәс? Припев: Ауыл урамынан гармун үтә, Ҡайҙарғалыр әйҙәй, саҡыра. Ҡайҙарғалыр ишек асылып китә, Ҡайҙарғалыр ҡапҡа асыла. (2раза) Болон буйҙарында йәшлек үтә. Һәр бер яҡтың яңы йыры бар. Йәшлек ваҡыттарын уйлай-уйлай Йоҡлай алмай ята ололар. Припев: Ауыл урамынан гармун үтә, Ҡайҙарғалыр әйҙәй, саҡыра. Ҡайҙарғалыр ишек асылып китә, Ҡайҙарғалыр ҡапҡа асыла. (2раза)